Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
11 Июнь 2020, 14:00

ИҒТИБАР! ЯҢЫ КИТАП СЫҠТЫ

Октябрьский ҡалаһында “Еңеү йөҙҙәре” тип исемләнгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында яңы китап нәшер ителде. Бында илебеҙҙе яуыз дошмандарҙан һаҡлап ҡалған батыр һалдаттарыбыҙҙың фотоһүрәттәре, наградалары, шәхси иҫтәлектәре тупланған.

Октябрьский ҡалаһында “Еңеү йөҙҙәре” тип исемләнгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында яңы китап нәшер ителде. Бында илебеҙҙе яуыз дошмандарҙан һаҡлап ҡалған батыр һалдаттарыбыҙҙың фотоһүрәттәре, наградалары, шәхси иҫтәлектәре тупланған. Китапты нәшер итеүселәр мәғлүмәт йыйыуға тос өлөш индереүсе бөтә Рәсә волонтерҙарына, ветерандарҙың туғандарына, мәктәп уҡыусыларына, йәмәғәт хәрәкәттәренә сикһеҙ рәхмәтен белдерә.
Был проект Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлығы грант аҡсаһына тормошҡа ашырылды. Илебеҙҙең тарихы, һалдаттарыбыҙҙың рухы тап ошондай китаптарҙа һаҡланып ҡаласаҡ.