Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
17 Май 2020, 23:05

ЯУГИР ҘӘ, ШАҒИР ҘА

Ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғына түгел, ул талантлы шағир ҙа. Тәүге шиғырҙарын 4-се класта уҡығанда яҙа. Ижадҡа ынтылыш уны һуғышта ла ташламай. Окоптарҙа ятҡан саҡта "Мин фронтkа китәм", "Һуғышсы", "Һөжүм", "Окоп тормошо" һәм "Санитарка" исемле шиғырҙарын яҙа.

Исхаҡов Зәкир Усман улы 1924 йылдың 2 ноябрендә Ейәнсура районы Ибрай ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та уны фронтҡа алалар. Был саҡта уға ни бары 17 йәш була.
Ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғына түгел, ул талантлы шағир ҙа. Тәүге шиғырҙарын 4-се класта уҡығанда яҙа. Ижадҡа ынтылыш уны һуғышта ла ташламай. Окоптарҙа ятҡан саҡта "Мин фронтkа китәм", "Һуғышсы", "Һөжүм", "Окоп тормошо" һәм "Санитарка" исемле шиғырҙарын яҙа.
Һуғыштан һуң, сик һаҡсыһы булып Польшала, унан Көнбайыш Украинала хеҙмәт итә. Уның күкрәген II дәрәжәле Ватан һуғышы ордены, "Батырлыҡ өсөн" миҙалы биҙәй.
Ҡартатайым билдәле башҡорт шағирҙары, яҙыусылары Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти, Назар Нәжми һәм башҡалар менән шәхсән таныш була.
Ул Сибай театрында эшләгән. "Зөләйха" пьесаһын Урал аръяғы сиҙәмселәренә арнай. "Төҙөүселәр" клубы директоры була. Ҡартатайымдың бер туған ҡустыһы билдәле драматург Исхаҡов Гәрәй Усман улы бик күптәргә таныш.
Ҡәҙерлебеҙ Зәкир Усман улы 2015 йылда 91 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Ейәнсура районы Ибрай ауылында ерләнгән.
Сөмбөл Исхаҡова.