Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
12 Май 2020, 23:55

КҮҘ ЙӘШТӘРЕ МЕНӘН ЯҘЫЛҒАН ҒҮМЕР

Барып инһәләр, ни күҙҙәре менән күрһендәр... Малайҙар аталарын танымаған. Хәмитте ҡайнап ултырған һыуға төшөрөп алғандармы ни уны?! Ағастан эшләнгән этмәле арбаға ғына тейәп алып ҡайталар уны. Был хәл 1943 йылдың йәйендә була.

Минең еңеүсем булып һәр ваҡыт минең ҡартатайымдың атаһы – ҡарт ҡартатайым булып ҡаласаҡ. Әсәйем дә гел шулай ти.
Ярай, булмаһын уның хәрби кейеме, хәрби кейемдә төшкән бер генә фотоһо ла, һуғыш йылдарында алған миҙалдары, уға тәғәйен маҡтау һүҙҙәре... Ләкин ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, батырлыҡ ҡылған, еңеү килтергән. Беҙҙең ошо йәшәгән илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, тип йәнен дә, тәнен дә, тормошон да аямаған. Уның күргән-кисергәндәрен әгәр ҙә бергә йыйһаң – әллә нисә томлыҡ китаптар яҙырға булыр ине. Ни өсөн тиһегеҙме? Ә хәҙер мин һеҙгә шуны тәфсирләп яҙып үтермен.
Минең ҡартатайым – Иҫәнбаев Хәмит – бик иртә етем ҡалып, туғандарында тамаҡ хаҡына эшләп көн күргән. Ҡулынан килмәгән эше булмаған үҙенең. Бик шәп балта оҫтаһы булған. Шулай кешеләргә ялланып эшләп йөрөгәнендә буласаҡ хәләл ефете Хәшиә менән танышҡан. Йәштәр өйләнешкәндәр, бер-бер артлы өс бала донъяға килгән – бер ҡыҙ һәм ике малай. Ошо ваҡытта һуғыш башланып киткән. Ҡарт ҡартәсәйемде өс бала менән ҡалдырып ҡарт ҡартатайым фронтҡа киткән.
Һуғыш йылдарында бик ауырға тура килгән уларға: йә төпләнеп йәшәргә урын юҡ, йә туйғансы ашарға тамаҡ юҡ, кейәм тиһә – барыһына бер кейем. Шулай яҙ еткән, урылмай ҡар аҫтында ҡалған бойҙай баҫыуҙа күренә башлағас, бар әҙәм шунда ағылған. Шул бойҙайға ағыуланып үлеүселәрҙең һаны көндән-көн артҡан. Өлкәндәр тыйып ҡараған, ләкин аслыҡ үҙенекен ирткән. Шул ағыулы бойҙай арҡаһында 12 йәшлек кенә апаларын ерләргә тура килә ике ҡустыһына. Ғаиләлә тағы бер ҡайғы... Ә һуғыш бөтөргә лә уйламай ине әле.
Берҙән-бер көндө военкоматтан хат килеп төшә. Ҡартәсәй ышанмай, нисек инде улай, хәбәрһеҙ юғалған... Хәбәрһеҙ юғалған.... тимәк үлгән... Бының менән генә бөтмәгән икән уларҙың күрәсәк ауырлыҡтары. Тағы бер ҡайғы...
Әәәә, ююююҡ, был ялған хәбәр. Кемдәндер Хәмит исеменән яҙылған хаты килеп төшә. Был хәрби госпиталь медсестраһы яҙған. Хәшиә ике улын эйәртеп, ҡыуаныслы күҙ йәштәре менән яҙылған адрес буйынса, йәйәүләп сығып китә. Барып инһәләр, ни күҙҙәре менән күрһендәр. Малайҙар аталарын танымаған. Ҡайнап ултырған һыуға төшөрөп алғандармы ни уны?! Ағастан эшләнгән этмәле арбаға ғына тейәп алып ҡайталар уны. Был хәл 1943 йылдың йәйендә була.
Хәл алғас, ҡәҙемге кеше булғас, аталары шуны һөйләне улдарына: ҡыҙыу һуғыш мәле, атакаға күтәрелгәндә бер төркөм һалдаттар өҫтөнә снаряд төшә. Кешеләр, ит киҫәгеләй, төрлө яҡҡа сәселә. Тәндең ҡайһылыр өлөшө семетеп-семетеп ала. Иҫен юғалта шунда. Иҫенә килгәндә – бөтә тәне бинтҡа уралған – госпиталдә. Шунда хат яҙып ебәрергә ярҙам итә лә инде бер шәфҡәт туташы.
Һуғыштан алып ҡайтҡан ҡаты яралары бик ауыр төҙәлә: тиреһе тартылып бөтәшә, ҡулдарын күтәрә алмай. Шулай ҙа, ғаиләһенең тамағын туйҙырам, тип, балта оҫтаһы булып эшкә бирелә. Икенсе улы Сәмиғулла: "Уның ҡултыҡ аҫтары яман булып бөтәшеп бөттө, ҡулын бөтөнләй күтәрә алмай ине, ул нисек балта менән эш иткәндер",--тип һөйләгәндәрен иҫләй минең өләсәйем-уның килене.
Шул мәлдәрҙә тыуған да инде минең Әхмәҙулла ҡартатайым. Атаһын бик насар хәтерләй. Ауыр тормош уны алты йәштән генә көтөү көтөргә эшкә сығырға мәжбүр итә. Уҡыуҙың нимә икәнен дә белмәй үҫкән, ә шулай ҙа бик грамотный кеше булған. Уның һөйләүҙәренән Хәмит ҡартатайым бик һирәк кенә ғаиләһе янына ҡайтып йөрөгән. Күбеһенсә ҡырҙа – кешегә ялланып эшләгән, бура күтәргән, өй һалған, тәҙрә эшләгән – балта оҫтаһы булған. Ҡайһы саҡ ғаиләһен алып ауылдан ауылға, ҡайҙа эш бар шунда күсенеп йөрөгән. Үкенесле тормош. Хәмит ҡартатайыбыҙ һалған бейек өйҙәр һаман да балҡып ултыра районыбыҙҙың ҡайһы бер ауылдарында. Миҫалға ғорурлыҡ менән Түбә ауылын әйтеп үтә алам.
Һуғыш яралары, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәй. Шул яраларынан сыҙай алмай 1967 йылда баҡыйлыҡҡа китеп бара минең еңеүсем. Улдары Ниғәмәт ауылында өй һалып сыға, әсәләренә лә өй һалып бирәләр.
Бына шуның өсөн дә ул батыр – ул минең еңеүсем, ул беҙҙең батырыбыҙ. Беҙҙең бөгөнгө аяҙ күгебеҙ, тыныс таңдарыбыҙ өсөн, һис шикһеҙ, беҙ уға рәхмәтлебеҙ һәм оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Һүҙ аҙағында:
Еңеүҙең 60 йыллығы. Бөтә ил шаулап-гөрләп тантанаға әҙерләнә. “Хәтер” китабын яңынан баҫтырыу эше алып барылған мәл. Әсәйем Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы, үҙе эшләгән мәктәп администрацияһы ҡушыуы буйынса, Военкоматтың һуғышҡа оҙатылған һалдаттар исемлеге журналдары буйынса эҙләнеү эштәре алып бара. Шунда ошондай яҙыуға тап була: Исянбаев Хамит Мурзагалеевич, 1908 г.р, ур. Баймакского района, рядовой, сртелок, пропал без вести в марте 1943 г... Яҙыуҙар буйынса кеше хәбәрһеҙ юғалған, ә яҙыуһыҙ тағы 24 йыл ғүмер...
Бына шулай күҙ йәштәре менән яҙылған бер батырҙың тормошо...
Әҙилә Мырҙағәлина, 4-се һанлы Баймаҡ лицейының 5-се синыф уҡыусыһы.