АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
9 Март 2020, 15:05

Етәкселәре лә, үҙҙәре лә шәп!

Баймаҡ районы Ишмөхәмәт тулы булмаған урта мәктәбенең уҡытыу коллективы ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора. Улар хаҡында тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Баймаҡ районы Ишмөхәмәт тулы булмаған урта мәктәбенең уҡытыу коллективы ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора. Башланғыс кластарҙа Хәлиҙә Ғәлийән ҡыҙы, Гөлсәсәк Мостафа ҡыҙы кеүек юғары белемле тәжрибәле уҡытыусылар эшләй. Венера Ғәйфулла ҡыҙы, Рәмзиә Салауат ҡыҙы, Мәрйәм Хәмит ҡыҙы оҙаҡ йылдар инде үҙ фәндәренән (инглиз, рус теле, математика) балаларға белем бирә. Зөһрә Рафиҡ ҡыҙы иһә физкультура һәм спорт тәрбиәһе өлкәһендә тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Ғәбиҙә Ҡаһарман ҡыҙы тарафынан мәктәп музейы тулыландырылып, тәртиптә тотола. Әленән-әле яңы экспонаттар йыйыла. Ауылдың алдынғы шәхестәре тураһында мәғлүмәттәр туплана. Бөйөк Ватан яугирҙәре һәм тыл ветерандары фоторәсемдәре, уларҙың яу һәм хеҙмәт юлдарын һөйләгән яҙмалар, стендтар ҡуйыла. Гөлнара Дәлхә ҡыҙы, биология уҡытыусыһы булараҡ, мәктәп яны баҡсаһында тырышып эшләй, матур-матур гөлдәр үҫтерә.
Мәктәп янында “Йәйғор” мәктәпкәсә төркөм эшләй. Уның етәксеһе Миңлегөл Зәйнитдинова балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә тейешле шарттар булдырыу өсөн бар тырышлығын һала.
Был коллектив менән һуңғы йылдарҙа юғары белемле география уҡытыусыһы Зәкиә Сәлимйән ҡыҙы Әбүбәкирова етәкселек итә. Тәжрибәле педагог һәр саҡ уҡыусылар араһында. Уны балалар ябайлығы, ихласлығы өсөн ярата, ихтирам итә. Уның дәрестәре лә ҡыҙыҡлы, фәһемле, бай йөкмәткеле, тыуған яҡ менән бәйле үтә. Уҡыусылары ижади эштәре менән, район, республика күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып белем үрҙәренә ынтыла. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, Ишмөхәмәт мәктәбен төҙөтөүсе яугир Һөйөндөк Шәрәфитдин улы Сәлимов исемен биреү буйынса эш алып баралар. Ишмөхәмәттәр урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын мәктәп коллективы менән хуплап ҡаршы алды. 2018 йылда спортзалдың тәҙрәләрен алмаштырып, иҙәнен яңыртып ҡуйҙылар. Быйыл да мәктәп тәҙрәләрен алмаштырыу проектын хупланылар.
Зәкиә Сәлимйән ҡыҙы Әбүбәкирова Ишмөхәмәт ауылының 2-се округы депутаты ла. Һайлаусылары уны ике саҡырылышта ла һайланы. Был осор эсендә Зәкиә Сәлимйән ҡыҙы өмәләр үткәрергә, төрлө саралар ойошторорға, округ халҡын ял итергә алып барырға форсат тапты. Хәйбулла районы Йәнтеш ауылына һәм Әбйәлил районындағы Яҡтыкүлгә, Сибай дәүләт башҡорт драма театрында барған “Әүлиә” спектакленә, “Һеңлекәш” фильмына барыуҙы ойошторҙо.
Зәкиә Сәлимйән ҡыҙының эше етерлек: ата-әсәләр йыйылыштары үткәреү, ауыл, район сараларында ҡатнашыу, ғаилә мәсьәләләрен хәл итеү һ.б. Иң мөһиме--ул халыҡ араһында. Байрамдарҙа ғына түгел, даими рәүештә һайлаусыларының хәл-әхүәлен белеп, ауыр тормошто еңеләйтеп, үҙенең яҡты йөҙө, матур һүҙе менән кешенең күңелен табып, ярҙам ҡулы һуҙа. Арабыҙҙа ошондай өлгөр етәксе, өлгөлө әсә, эшмәкәр депутат булған өсөн беҙ бик шатбыҙ һәм ғорурланабыҙ. Байрам менән ҡотлап Зәкиә Сәлимйән ҡыҙына һәм ул етәкләгән коллективҡа, һайлаусыларына ла һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ.
Х.Исҡужина, йәмәғәт хәбәрсеһе.
Читайте нас: