Кеше бәрәңгеһе менән йәшә!—
Тигән ти, бер бейем (ҡәйнә).
Үҙем дә шул хәлдә булғас,
--Алма шулай тәмле булғас,
Тыңлап торҙо, яуап бирҙе,
--Алма менән тамаҡ туймай,
Ошо шиғырҙы уҡығас, 36 йыл ҡәйнәһе менән ғүмер иткән әсәйем күҙ алдына килеп баҫты. Ҡартәсәйем Зөләйха Йомағужа ҡыҙы мәрхүмәнең 2 ҡыҙы һәм бер улы булды. Бер ҡыҙы күршелә генә йәшәне, икенсеһе Сибайҙа торҙо. Ҡалаға ҡыҙы алып ҡайтып китһә: “Ҡайтам, балаларымды, киленемде һағындым”,-- тип, 3 көн тормай ҡайта торғайны, ти әсәйем.
Ҡайһы ваҡыт уларҙың әйтешкәнен ишетеп, әсәйемде яҡлап ҡартәсәйемә һүҙ ташлайым. Шул ваҡытта әсәйем: “Һүҙ әйтмә оло кешегә, миңә ул ҡәйнә,уға һүҙ атам, ә һеҙ уға ҡаршы бер нәмә лә әйтергә тейеш түгелһегеҙ. Сөнки ул һеҙҙе, 7 баланы көнө-төнө баға, ҡарай, хәстәрләй”,-- ти торғайны әсәйем.
Ҡәҙерлебеҙ әсәйемдең ҡулында йән бирҙе. Атайым күптән гүр эйәһе. Ҡәйнәһенең фатихаһын алып ҡалған әсәйемә ошо көндәрҙә 83 йәш тулды.