Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
17 Февраль 2020, 23:20

Кейәү булмаһа ни булған?

25 йәшлек Ҡытай ҡыҙының интернет селтәренә һалған туй фотосессияһы бөтә донъяны урап сыҡҡан. Туй фотоһы менән генә кешене хәҙер ҡыҙыҡтырып булмауы билдәле. Ә был ҡыҙ нимәһе менән алдырған һуң?

25 йәшлек Ҡытай ҡыҙының интернет селтәренә һалған туй фотосессияһы бөтә донъяны урап сыҡҡан. Туй фотоһы менән генә кешене хәҙер ҡыҙыҡтырып булмауы билдәле. Ә был ҡыҙ нимәһе менән алдырған һуң?
Күреүегеҙсә фотола кейәү егет тә, ҡунаҡтар ҙа, туғандары ла юҡ. Унда Фу Чжао һәм уның 87 йәшлек ҡартаһы ғына төшкән.
Баҡтиһәң, етем ҡыҙҙы 10 йәшенән өләсәһе һәм ҡартатаһы тәрбиәләгән. Фу Чжао уларҙы шул тиклем ныҡ ярата. Яҡын арала кейәүгә сығырға йыйынмаһа ла, туй күлдәге кейеп ҡартатаһы менән фото төшөргә ҡарар иткән. Сөнки былтыр сентябрҙә ҡәҙерлеһе яман сиргә юлыҡҡан. Табиптар уның ғүмере ҡыл өҫтөндә булыуын белдергәс, ҡыҙ ҡартатаһының иң ҙур хыялы—ейәнсәрен кейәүгә биреүҙе фотосессия аша булһа ла тормошҡа ашырырға уйлаған.