Заманалар үҙгәрһә лә ҡәйнә менән килен мөнәсәбәте һаман да иң ҡыҙыҡлы темаларҙың береһе булып ҡала килә. Ошо теманы дауам итеп үҙемдең ҡәйнәм тураһында яҙып үтәйем әле.
Мин үҙем алыҫ райондан килен булып төштөм. Йәшәй башлағас та Урал аръяғы көнкүрешенә, урындағы диалектҡа өйрәнә алмай ыҙаландым. Шуныһы ҡыуаныслы: ғаиләбеҙ тотҡаһы булған, орсоҡтай ҡәйнәм тормош айышына тиҙ төшөндөрҙө.
Ҡәйнәм Венера Рәфҡәт ҡыҙы Сибайҙа тыуып үҫкән. Тормош иптәше Урал менән өс малай тәрбиәләп үҫтергәндәр. Нимәгә орсоҡтай тинемме? Ҡәйнәмдең һәр көнө өс өйҙө бер итеп йүгереп йөрөп биш ейән-ейәнсәрен тәрбиәләү менән үтә: береһен мәктәпкә оҙата, икенсеһен барып ала, өсөнсөһөнә сәхнәгә сығырға костюм әҙерләй һәм башҡалар. Ошо мәшәҡәттәргә күмелеп, тормоштан йәм табып, яҡшылыҡҡа ынтылып йәшәй. Ғүмер үткән һайын, тормошобоҙ матурлығының сәбәбе –ҡәйнәмдер, тип уйлайым. Һәр эштә беҙҙең терәк, өс килененең дә яҡын кәңәшсеһе, серҙәше ул.
Үҙемдең бында яҡындарым булмағас, ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, кәңәшләшергә уға йүгереп барам. Матур һөйләп, арҡанан яратып ҡына ҡайтара икән, тип уйлап ҡуймағыҙ. Үҙ хатаңды күрһәтеп, тура әйтеп урыныбыҙға ла тиҙ ултырта ул. Был тормошта замана килендәренә шундай тәрбиә лә кәрәктер, моғайын. Ҡәйнәмдең һүҙҙәренә уйланып, юлыҡҡан хәлдән сығырға асҡыс тиҙ табыла. Ысынлап та, өс малайҙы үҫтереп, юғары белемле итеп башҡа сығарырға ныҡлы характер ҙа кәрәктер. Ҡәйнәмә рәхмәтем сикһеҙ, аш-һыу әҙерләү, донъя көтөү серҙәренә лә тап ул төшөндөрҙө бит.
Венера Рәфҡәт ҡыҙы бик аҡыллы, зирәк, эшһөйәр ҡатын. Ялтлап торған өйө гөлдәргә күмелгән, тәмле-тәмле ҡоймаҡтары, бәлештәре тел йоторлоҡ. Йәй етеү менән ишек алды матур сәскәләргә күмелә, хатта, сәскә үҫтереү серҙәренә күршеләре тап унан өйрәнә.
Йәш килендәргә әйтер һүҙем шул: ҡәйнәләрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ. Улар бит һеҙҙе үҙ ғаиләһенә ҡабул итеп алған, “үҙҙәренеке” була белегеҙ!