Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
8 Февраль 2020, 12:55

Биш быуыны ҡотланы

--Әлеге сарала биш быуын вәкилдәре ҡатнаша—юбиляр Әлифә инәй, килене Рауза, ейәнсәре Тәнзилә, бүләсәре Вәсилә һәм тыуасары Әҙилә. Ошондай нәҫел сылбырын күреү үҙе ҙур бәхет!—тине йырсы Флүрә Париж ҡыҙы Туйсина, йырҙары менән байрамға бер йәм өҫтәп.

Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәүсе Әлифә Заһритдин ҡыҙы 90 йәшен билдәләне. Хөрмәтле ағинәйҙе, хеҙмәт һәм тыл ветераны, "Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ", "Почет билдәһе" ордендары, "Биш йыллыҡтар" осоронда еңеүсе знактарына лайыҡ булған Әлифә Заһретдин ҡыҙын Баймаҡ районы ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы, Ҡолсора ауыл хакимиәте башлығы Ришат Садиҡ улы, "Атайсал" клубы ветераны Салауат Хәбибрахман улы, Ҡолсора ауыл хакимиәте ветерандар советы рәйесе Урал Хажиәхмәт улы, туғандары, балалары, ейән – ейәнсәрҙәре ҡотланы.