АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
29 Ғинуар 2020, 20:00

Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар!

Һәр кемгә үҙ әсәһе ҡәҙерле, һәр кем уға рәхмәтле. Беҙҙең дә күңелебеҙҙә әсәйебеҙгә ҡарата рәхмәттәр, йырҙарҙа әйтеп бөтмәҫ хистәр бар.

Һәр кемгә үҙ әсәһе ҡәҙерле, һәр кем уға рәхмәтле. Беҙҙең дә күңелебеҙҙә әсәйебеҙгә ҡарата рәхмәттәр, йырҙарҙа әйтеп бөтмәҫ хистәр бар.
Ҡәҙерлебеҙ Альбина Вәлит ҡыҙы Утарбаева Баймаҡ районы Кәрешкә ауылында Суфия һәм Вәлит Ишбаевтарҙың ишле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Бала саҡтан бик теремек, уңған, отҡор, тырыш ҡыҙ тәүҙә Кәрешкә башланғыс мәктәбен, аҙаҡ Сибай интернат-гимназияһын тик “5-ле билдәләренә тамамлап, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетында белем алып, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. Хеҙмәт юлын Баймаҡ районы Октябрь ауылы мәктәбендә башлай. Күп тә үтмәй, атайыбыҙ Утарбаев Йәлил Фәтхулла улы менән танышып, уның менән тормош юлын бәйләй һәм хеҙмәт юлын Баймаҡ районы Иҫке Сибай урта мәктәбендә дауам итә.
Балаларға төплө белем биреүгә 35 йыл ғүмерен бағышлай әсәйебеҙ. Бөгөн дә ошо мәктәптә уңышлы эшләп йөрөй, ауылы-быҙҙың иң абруйлы уҡытыусыларынан һанала. Уҡыусылары менән мәктәп, район, республика күләмендәге конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Үҙ бурыстарына һәр саҡ намыҫлы ҡарағаны һәм яратып баш-ҡарғаны өсөн бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Ҡәҙерлебеҙ абруйлы уҡытыусы ғына түгел, оҫта хужабикә лә, ышаныслы тормош юлдашы ла, яғымлы, наҙлы әсә лә, йомшаҡ күңелле, яратҡан өләсәй ҙә ул. Атайыбыҙ менән ауылыбыҙҙың иң матур урынында—Ҡарағайлы йылғаһы буйында ҙур йорт һалып сығып, мал-тыуар үрсетеп, ихатаны—гөл-сәскәгә, баҡсабыҙҙы төрлө еләк-емешкә күмеп, бына инде өс тиҫтә йылдан артыҡ иңгә-иң терәшеп, бергә ғүмер итәләр. Беҙгә—ике ҡыҙына ғүмер бүләк итеп, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтереп, юғары белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Әле икебеҙ ҙә ғаиләле, беребеҙ—Өфө ҡалаһында, икенсебеҙ
Иҫке Сибай ауылында донъя көтәбеҙ, тормош иптәштәребеҙ менән улдар үҫтерәбеҙ. Әсәйебеҙ кеүек уҡытыусы һөнәрен һайлап, уңышлы эшләп йөрөйбөҙ.
Һалҡын ҡарлы ҡышта тыуһа ла, күңеле һәр саҡ яҙ ҡояшы кеүек ғәзизебеҙҙең! Ул бик тә алсаҡ, ихлас, ярҙамсыл, йомарт, туған йәнле, ҡунаҡсыл кеше. Кем генә килмәһен, өй ишеге һәр ваҡыт асыҡ, йөҙө яҡты, табыны мул уның.
Әсәйебеҙ беҙҙең өсөн мәңгелек нур һибеүсе ҡояш төҫлө: уның менән яҡты ла, йылы ла, рәхәт тә. Беҙ уның аҡыллы кәңәштәренә таянабыҙ, көслө рухлы, талапсан булыуын хөрмәт итәбеҙ, изгелеклелеге, кешелеклелеге алдында баш эйәбеҙ, миһырбанлы, итәғәтле, сабыр булыуына һоҡланабыҙ.
Әсәйебеҙ, ҡәҙерлебеҙ! Һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡото булып, һаулыҡ-сәләмәтлектә, күңел тыныслығы менән оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын! Балаларыңдың ҡыуаныслы хәбәрҙәрен генә ишетеп, изгелектәрен күреп, бәхетле йәшә! Тыуыр таңдарың -аяҙ, килер көндәрең яҡты, шатлыҡлы булһын!
Эльвира Һағынбаева.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: