Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
28 Ғинуар 2020, 12:10

Беҙҙең менән бергә йыл ҡартая

Йыл ҡартая... Кешелек менән бергә йыл да ҡартаялыр инде.Ҡартаймаһа, шаулы бурандар, сасҡау һыуыҡтар урынына ошондай йылы көндәр торор инеме ни? Яҙы—яҙ, йәйе—йәй, көҙө—көҙ, ҡышы ҡыш урынында булһын ине ул. Минең баласаҡтағы кеүек. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ

Йыл ҡартая... Кешелек менән бергә йыл да ҡартаялыр инде.Ҡартаймаһа, шаулы бурандар, сасҡау һыуыҡтар урынына ошондай йылы көндәр торор инеме ни? Яҙы—яҙ, йәйе—йәй, көҙө—көҙ, ҡышы ҡыш урынында булһын ине ул. Минең баласаҡтағы кеүек.
Гөрләп яҙҙар килеп, апрель айында эҫе көндәр башланыр, аҡман-тоҡманы, биш ҡунағы үҙ ваҡытында булыр ине.
Йәйгеһен томра көндәрҙән һуң күк күкрәп, йәшенле ямғырҙар яуып үткәс, ҡояш йылы нурҙарын һибеп ебәрә, йәйғор ҡалҡа. Буялмаған “урыҫ” ҡапҡалары ҡыҙғылт һары төҫкә инеп, балҡып китә. Саңдар баҫылып, үләндәр йәшәреп, һауа сафланып ҡала. Ер һыуға туйына. Йәшендән ҡасып өйҙә ултырған бала-саға, ҡарт-ҡоро урамға ашыға. Ямғырҙан һуң йыйылған күләүекте рәхәтләнеп кисеүҙәр! Шундай йылы, йомшаҡ!
Бер йылы август айында бесәнде өс-дүрт көндә эшләп ҡуйғас, үткәндәрҙе һағынып иҫләп йөрөнөм. Бесәнгә мотлаҡ 15- 17 июль төшөр инек (бесән бешкән саҡ). Йома көнөнә тоҫҡап, атайым менән сабынлыҡҡа барып эште
башлап ҡайта инек. Тәүге бакуй, ҡыуыш ҡороп, усаҡ өсөн таған ҡуйыу... Шунан башланыр ине бесән эшләү көҙгә тиклем... Кем ат
менән, кем мотоцикл менән, кем йәйәү бесәнгә юллана. Ауылда әллә ни кеше лә ҡалмай ине.
Хәҙер уйлап ҡарайым да, әсәйем нисек, ҡасан өлгөрткәндер? Көн һайын яңы бешкән икмәк, яңы айыртылған ҡаймаҡ...
Ҡырҙа эшләүсе лә күп, ашаусы ла, тигәндәй. Иң кәмендә алты салғы саптыҡ. Бесәнлеккә барып еткәс, атайым күләгәле ергә ятып, салғылар тапай, беҙ кемебеҙ төшкөлөккә тамаҡ әҙерләй башлай, кемебеҙ усаҡ яғырға ҡоро-һары килтерә...
Эх, кире әйләнеп ҡайтмаҫ көндәр! Салғы сыңы, ҡоштар моңо! Илаһи мәл! Мин ошо мәлде бер ваҡытта ла онотмайым! Күңелемде йылытып тора ул!
Өйҙән бешереп килтергән йомортҡа, усаҡта бешкән мундир картуф менән төтөн еҫе һеңеп ҡайнаған мәтрүшкәле сәйҙе эсеп алғас, өлкәндәр серем итә, беҙ, бәләкәйҙәр, йә китап уҡыйбыҙ, йә ҡыуыш эргәһендә шым ғына уйнайбыҙ. Әҙерәк шомло ла, урман яғына күҙ һалыпһалып алабыҙ.
Шулай итеп, бесән сабыла, йыйып күбәләргә һалына, унан кәбәнгә. Кәбәнде өмә
итеп ҡоябыҙ. Әсәйем күбә ебәрә, мин ялан тултырып: “На!”—тип һыбайлап күбә
тарттырам, атайым күбәләрҙе ҡабул итеп
тора. Ҡышҡылыҡҡа ете кәбән ҡойола...
17-19 йәштәр булғандыр ( ул ваҡытта әсәй өйҙә ҡала) атай һәм апайҙар бесәнгә йөрөнөк. Йәшлек саҡ—дыуамал саҡ. Шәмбе көндәре сәғәтте алға күсереп, иртәрәк ҡайтып киткән саҡтар ҙа булды. Ауылға ҡайтып етеүгә эңер төшкән, тау башындағы клубта уттар балҡый, шул ваҡыттағы хиттар яңғырай. Беҙ Йыла-йыр буйында төшөп ҡалып, йыуынып, ҡайта һалып, клубҡа йүгерәбеҙ!
Иртәгеһен таң менән тағы бесәнгә....
Көҙ атайым менән бесән кәртәләйбеҙ. Атай-
ға һайғау ташышам, тамаҡ бешерәм. Кәртәләнгән кәбән тирәһе матур ғына! Мин үҙемсә уны сәхнәгә әйләндерәм. Унда-бында өҙөлмәй ҡалған сәскәләрҙән балдаҡ эшләп кейәм, микрофон яһайым һәм ихласлап
шунда концерт ҡуям...
Эх, ҡайғыһыҙ саҡтар! Эх, бәхетле саҡтар!
Бала сағым менән бергә ҡышҡы бурандары ла юҡҡа сыҡты шул... Беҙҙең менән бер рәттән йыл да ҡартайҙы.
Камила Хәйерзаманова.
Йылайыр районы.