Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
24 Декабрь 2019, 17:20

Эх, ҡайтырға ине бала саҡҡа…

Ә өйҙә…Түрбашты ҡупшы шыршы биҙәй…Матур уйынсыҡтар эленгән, янында йәтеш кенә тәтәй Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ултыра. Аш-һыу бүлмәһендә иһә ит үткәрелә. Күмәкләшеп кисен билмән әҙерләйбеҙ...

Эх, ҡайтырға ине бала саҡҡа…
Яңы йыл байрамын нисә тапҡыр ҡаршы алһаҡ та, бала саҡтағыһы нығыраҡ иҫтә ҡалған. Ҡыш бабайға ышанаһың, унан ҡалһа мөғжизә барлығына инанаһың, шыршы төбөн ҡырҡ ҡарайһың, байрамды көтәһең…
Мәктәптә класташтар менән төҫлө ҡағыҙҙарҙан сылбыр эшләү, Ҡыш бабайҙан күстәнәс алыу өсөн дәфтәрҙең ҡуш битенән үҙебеҙ өсөн кулек әҙерләү, уны биҙәү, стенгәзиттәр сығарыу әле лә иҫтә. Китап, дәфтәрҙәр ситкә һалынған, сирек тамамланған…Күңелле! Класыбыҙҙа елем һәм буяу еҫтәре. Яңы йыл тиһәләр, әле лә шул еҫтәр танауға килеп бәрелгәндәй…
Ә өйҙә…Түрбашты ҡупшы шыршы биҙәй…Матур уйынсыҡтар эленгән, янында йәтеш кенә тәтәй Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ултыра. Аш-һыу бүлмәһендә иһә ит үткәрелә. Күмәкләшеп кисен билмән әҙерләйбеҙ. Башҡа ваҡытта ашау өсөн генә аш-һыу бүлмәһенә ингән атайыбыҙҙың беҙҙең менән мәз килеп йөрөүе үҙе үк күңел күтәренкелеге өҫтәй. Әсәй, һалпы яғына һалам ҡыҫтырып, беҙҙе, ваҡ балаларын, йөпләп-хуплап дәртләндереп кенә тора. “Кем күберәк эшләшә, шуға билмән күберәк!” Беҙ шуға ышанабыҙ: мөмкин тиклем күберәк билмән бөрөргә тырышабыҙ! Байрам етеп, шул билмәндәр бешерелеп, атайҙың тәрилкәһенә күберәк төшөп ятһа, ғәжәпләнеп: “Ә ниңә атайға күберәк ул? Ул күберәк эшләнеме?” Әсәйгә һорау яуҙырабыҙ. Ул да бирешмәй, оҫта итеп яуап ҡайтара: “Кемгә нисә йәш—шунынсама билмән һалдым”. Эх, шул саҡта күҙҙең ҡыҙыуы…Атайҙың йәшенә тиҙерәк барып етергә ине лә, күберәк билмәнде эләктерергә ине…Был хыялға хәҙер көлкө килә! Унынсама билмән кәрәкмәй, миңә шул бала сағым кәрәк… 6, 7, 8, 9 йәштәрҙәге бала сағым…Мәктәптә сылбыр теҙгән бала сағым…Эх…