Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
23 Декабрь 2019, 15:50

Матурлыҡҡа ғашиҡ Рәмилә

Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев проспектында урынлашҡан үҙәк почтаға йыш йөрөргә тура килә. Үткән һайын күп ҡатлы йорттарҙың береһенең балконында тирә-яҡҡа нур сәсеп, күҙҙең яуын алып торған бүлмә гөлдәренә һоҡланам.

Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев проспектында урынлашҡан үҙәк почтаға йыш йөрөргә тура килә. Үткән һайын күп ҡатлы йорттарҙың береһенең балконында тирә-яҡҡа нур сәсеп, күҙҙең яуын алып торған бүлмә гөлдәренә һоҡланам. Улар иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем күҙең яуын алып, тирә яҡҡа нур һибеп үҫә. Һораша торғас, был матурлыҡтың эйәһе—Рәмилә исемле ҡатынды таптым. Баҡһаң, күптәнге таныш икән.

Рәмилә Туғыҙбаева—һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы. Әле лә яратҡан эшен ташламай, репетиторлыҡ менән шөғәлләнә.

—Гөл үҫтереү еңел эш түгел ул. Февраль айынан уҡ гөлдәрҙе ултыртам. Иң мөһиме ваҡытында һыу ҡойоп, йомшартып, ашламаларҙы белеп кенә ҡулланырға кәрәк. Гөлдәрҙе яратһаң улар күпереп, матур булып үҫә. Бүлмәне төрлө төҫтәге яран гөлдәр, миләүшәләр, бугенвиллия, клеродендрум (ожмах гөлө), белопероне, орхидеялар биҙәй. Бәйләнеш селтәрендә гөл үҫтереү серҙәрен һорап яҙалар. Әсәйем дә, апайҙарым да гөл үҫтерергә ярата,—ти ул.

Рәмилә сигергә лә, бәйләргә лә әүәҫ. Өйөнөң эсен сигелгән картиналар биҙәй. “Ял иткәндә сигергә яратам. Туғандарыма бүләк итәм”,—ти ул.

Сәскәләргә, матурлыҡҡа ғашиҡ кешенең күңеле лә матур була. Шат-көләс йөҙлө, ярҙамсыл, егәрле Рәмилә лә гүзәллеккә мөкиббән.

Клара Урыҫбаева (Атанғолова).

Баймаҡ ҡалаһы.

Читайте нас: