АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
12 Декабрь 2019, 13:30

Йәшәһен сәйнүк!

Хаҡлы ялдағы әбей-бабайҙар инде сәйнүктең тоғро дуҫтары. Сәйен һайлап ҡына, һыуын көтөп кенә ҡайнатып, һөтөн мул ғына ҡойоп, оҙон тәбәрәктә һыйланалар бит улар. Сәйнүк әфәндегә ҡайһылай ихтирам һәм иғтибар. Хатта ки бәғзеләр сәйнүккә йылы кейем дә бөркәндереп ҡуя бит, уларҙыҡы сәпсим китәлер ул ҡупырайып.

Сәйнүк. "Заварник" та тип йөрөткән булалар. Миңә ҡалһа, сәйнүк. Быяла ғына, тумалаҡ ҡына.
Йоҡоһонан әле уяныңҡырап бөтмәгәндәргә - иптәш. "Бараһың инде, шунһыҙ булмай, йәшәргә кәрәк тәһа", тип ызыҡалаңҡырап, ҡаты ғына сәйен һыйлап эшкә оҙатыусы ла ул.
Туйғансы йоҡлап, сай-сой килеп өҫтәл тирәләй теҙелеп ултырған бәләкәстәр өсөн - инәй. Аҙ һүҙле, етди ҡарашлы. Әлеге сәрелдәктәрҙең сынаяҡтарына аҙ ғына тамыҙып, үтә ҡыҙыу булмаған ғына сәй менән һыйлаусы. Һаҡау ғына хәбәрҙәренән башы ҡатып, тиҙерәк саф һауаға ҡыуып сығарыусы.
Хаҡлы ялдағы әбей-бабайҙар инде сәйнүктең тоғро дуҫтары. Сәйен һайлап ҡына, һыуын көтөп кенә ҡайнатып, һөтөн мул ғына ҡойоп, оҙон тәбәрәктә һыйланалар бит улар. Сәйнүк әфәндегә ҡайһылай ихтирам һәм иғтибар. Хатта ки бәғзеләр сәйнүккә йылы кейем дә бөркәндереп ҡуя бит, уларҙыҡы сәпсим китәлер ул ҡупырайып.
Сәйнүк:
- Әле бына ҡала тығындарынан саҡ ысҡынып, үксәле итеге менән боҙҙа тая-тая эштән ҡайтып ингән бер һылыу менән сәйләйһе бар. Хужабикәм аптырап торманы, барыр ере лә бар, күрәһең, иртән бешергән сәйгә ҡайнар һыу өҫтәп йылытты ла, сынаяғына һин дә мин яһап алды ла, әйҙүк. Һы, йәштәр йәштәр инде.
Сәйнүген эҫе генә итеп бешереп, ҡаты итеп яһап, лимонлап, бокалын ике усы менән ҡосҡан ханымдың күҙҙәре тәҙрәгә төбәлгән. Сәй уның ҡатмарлы уйҙарын ипкә килтерешергә тейеш, уныңса. Яңғыҙлыҡ. Элек ошо аш бүлмәһендә сыр-сыу килгән ҡыҙы менән малайы бөгөн иһә үҙ ғаиләләрен ҡороп, таралышҡан. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә өй үтә тыныс, моңһоуыраҡҡа әйләнеп китә. Шул мәлдәрҙә ханым сәй менән сөкөрләшергә мәжбүр. "Берәйһе менән таныштырайыҡ һуң, иптәш булыр", тип өгөтләргә оҫталар ҙа, тик нишләптер үҙен еңә алмай шул ханым. Исмаһам, бергә сәйләрлек тә иптәшкә еңә алмай үҙен. Шуға иптәш - сәйнүк.
Ете айлыҡ бәпесенең теш сығарған мәле. Йәш әсә көн менән төндө бутай яҙып, тәгәрмәстәге тейен ише йүгерә-йүгерә лә, балаһы йоҡлап китеү менән, сәйнүк янына оса. Ҡайҙан инде ул яйлап тороу?! Шатырлатып яһап алып, эскә эҫе сәй төшөрһә булды. Бәпес уянғансы, йәш әсәнең зиһене лә яңырғандай була ул пищинйәле эҫе сәйҙән.
"Уй, әттәгенәһе. Бөгөнгә ял юҡ, ана күпме йыйылып киттеләр. Күрешәләр, көлөшәләр, һорашалар, фотоға төшәләр..". Оҙаҡ ваҡыт сит илдә йөрөп ҡайтҡан туғандары менән күрешә килгәндәрҙең мәжлесенә тәғәйенләнгән сәйнүк ошолайыраҡ әйтер ине һүҙен.
Сәйнүктең серҙәштәре төрлө йәштә, төрлө эшле һәм төрлө фекерле бит ул. Йәшәһен сәйнүк!)
Гөлсәсәк Мостаева.

Читайте нас: