Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
16 Ноябрь 2019, 16:56

ҠОТО ЛА, ЫРЫҪЫ ЛА—МӨХӘББӘТТӘН

Дәртһеҙ кеше—күҫәк, йәрһеҙ кеше—ишәк, ти халыҡ мәҡәле. Юҡ, был Нурйән һәм Ғәлиә Исхаҡовтар ғаиләһенә һис кенә лә тап килмәй. Улар бер-береһенә тап килеп торған парҙар ғына түгел, ә донъяларын күркәмләндереп, үҙ тормоштарын үҙҙәре йәмләп йәшәүсе лә. Бының сере бик ябай. Барыһы ла уларҙың бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бер-береһе өсөн йән атып, дәртләнеп йәшәүендә.

Ғәлиә Нуриәхмәт ҡыҙы Сибай ҡалаһында тыуып-үҫеп, педучилищене тамамлағас, Баймаҡ районының Билал ауылына эшкә ебәрелә. Ауылдың иң дәртле, егәрле егеттәренең береһе Нурйән Шәрифйән улын осрата. 1980 йылда Исхаҡовтар ғаиләһе барлыҡҡа килә.
Ғәлиә Нуриәхмәт ҡыҙы өсөн Билал ауылы күптән инде иң ҡәҙерле урын һанала. Яратҡан һөнәренә 36 йыл ғүмерен бағышлап, Мәғариф ветераны исемен алып хаҡлы ялға сыға. Тырыш хужабикә булараҡ, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла йәшелсә-емеш, күҙҙең яуын алып торған сәскәләр үҫтерә. Нурйән ағайға килгәндә, ул—ҡатынының уң ҡулы. Ғәлиә апайҙың һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, өй эштәрендә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Ғөмүмән, һөйгән йәрен хөрмәтләп йәшәгән көслө заттар һәр саҡ һоҡланыу уята. Ир исемен лайыҡлы йөрөткән ҙур йөрәкле ир-егет—ил терәге. Нурйән ағайҙы ауылдың таянысы тиһәк тә хата булмаҫ. Ни өсөн тигәндә, арҙаҡлы механизатор булараҡ, ул үҙ тракторы менән һәр ярҙам һорап килеүсегә баш тартмай. Бөтә байрам кисәләре уның моңло баян тауышына күмелеп үтә. Һайлауҙар ваҡытында ла нисә йылдар инде алыштырғыһыҙ комиссия ағзаһы булып һанала. Алыҫ араларға юлға сығыусылар өсөн дә тимер ”ат”ында урын таба.
Исхаҡовтар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Ҡыҙғанысҡа күрә, бала ҡайғылары ла урап үтмәгән уларҙы. Әле ике ҡыҙҙары, бер улдары өсөн генә түгел, 8 ейән-ейәнсәрҙәренә лә күңел йылыһы өләшеп йәшәйҙәр.
Бар яҡтан өлгө ғаиләнең ҡото ла, ырыҫы ла—ул мөхәббәт. Һөйөү киләсәктә лә уларҙы ташламауын, уның күсәре булып торған түҙемлектең күп йылдарға етеүен теләге килә.
Нәжиә Низамова.
Һүрәттә: Нурйән һәм Ғәлиә Исхаҡовтар ғаиләһе.
Читайте нас: