Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
16 Ноябрь 2019, 21:05

БЕҘ БАЛА САҠ ИЛЕНӘН

Эй, хыялый, бер ҡатлы бала саҡтар...Ҡайҙарҙа ғына тороп ҡалдығыҙ икән?! Һағындыра, юҡһындыра бит һеҙҙе! Үҙ мәлендә ҡәҙерен генә белмәгәнбеҙ икән шул...Барыбыҙҙың да тиҙерәк ҙур үҫкебеҙ, ауылдан ҡалаға киткебеҙ килә ине...

Эй, хыялый, бер ҡатлы бала саҡтар...Ҡайҙарҙа ғына тороп ҡалдығыҙ икән?! Һағындыра, юҡһындыра бит һеҙҙе! Үҙ мәлендә ҡәҙерен генә белмәгәнбеҙ икән шул...Барыбыҙҙың да тиҙерәк ҙур үҫкебеҙ, ауылдан ҡалаға киткебеҙ килә ине...
Йылдың һәр миҙгелендә тыштан инмәй торғайныҡ. Йәй булһа, быуамы, ки-сеүме—ҡарап та тормай рәхәтләнеп һыу инәбеҙ, ҡырға барып еләк йыя торғайныҡ. Кескәй йылға ярында ҡойонан бәлештәр “бешереп”, уларҙы матур-матур сәскәләр менән биҙәй инек. Тауға барып, өй “төҙөп” уйнаған саҡтарыбыҙ ҙа аҙ булманы. Кис етеп килһә, үрьяҡҡа, тау итәгенә, көтөү ҡаршыларға йүгерәбеҙ. Әсәй ҡушҡан эште бөтөп, икмәк ҡаймаҡлап ашап, сәй эсеп алыу менән тағы уйнарға ашҡынабыҙ. “Ун ике таяҡ”, “Йәшенмәк”, “Баҫтырыш” беҙҙең кискә табан уйнай торған уйындарҙан һаналды. Йәшенләп, ҡойоп ямғыр яуып үткәндән һуң, ҡояш күренеп, йәйғор ҡалҡыу менән тышҡа ашығабыҙ, йылы ғына күләүектәр буйлап йүгереп үтәбеҙ. Эх,...
Ә инде көҙ миҙгелендә, баҡсала тәмле-тәмле алмалар өлгөргән саҡта, кемдәрҙең баҡсаһында ниндәй алмалар бешкәнлеген яҡшы белгән ҡыҙҙарға эйәреп инәйҙәрҙән тәмлекәй һорарға китәбеҙ. Әлбиттә, сумарт, ихлас инәйҙәребеҙ баҡса ишектәрен асып индереп ебәрә. Беҙ нимә, күлдәк итәктәребеҙҙе күтәренкерәп тотабыҙ ҙа алмаҡайҙарҙы сүпләп тултырабыҙ. Аҙаҡ ҡәнәғәт күңел менән инәйҙәребеҙгә рәхмәттәр яуҙырып, хуш еҫле алмаларҙы ашай-ашай ҡайтырға сығабыҙ. Уларҙың урта өлөшө ҡалғансы кимереп, ҡалғанын юл ситендә йөрөүсе ҡаҙҙарға ташлайбыҙ. Улар ни талаша. Етеҙерәге эләктереп ҡабып ала ла ҡаса, икенсеһе артынан баҫтырырға тотона. Беҙ ҡыҙыҡ
күреп күҙәтәбеҙ, рәхәтләнеп көләбеҙ. Йәмле әбейҙәр сығауы мәлендә иһә ҡырға китәбеҙ. Унда әлморон менән япраҡ та йыябыҙ. “Кем иң матурын таба”,—тип тә ярыша инек.
Ҡыш—үҙе бер ғүмер. Тәүге ҡар яуыуы менән һағынып көткән беҙ быйма, бәлтәләребеҙҙе кейеп, ҡыйыҡ эсендә ятып тутыға башлаған саналарҙы төшөртөп алабыҙ ҙа тауға менәбеҙ... Әлбиттә, яңы ғына яуған ҡар йоҡаҡ булыу сәбәпле ирей. Тупраҡҡа бергә бу-талып, бысранып, өйҙә әсәйҙәрҙән әр-
ләнгән саҡтар ҙа булманы түгел! Иң ҡыҙығы ҡарҙың ныҡлап ятыуынан һуң
башланы торғайны. Кемдә тауҙан шыуырлыҡ нәмә бар—шуны алабыҙ ҙа йүгерәбеҙ. Ҡараңғы төшкәнсе тау итәге балалар тауышынан гөрләп торор ине. Ҡаты ҡарҙы соҡоп окоптар эшләп уй-наған саҡтарыбыҙ ҙа булды. Йылғаның өҫтөн боҙ ҡаплау менән, малайҙар уйыны тип ҡарап тормай, башы кәкре ерек ағастарын—сәкәнгә, һыйыр тиҙәктәрен—шайбаға әйләндереп хоккей уйнай инек.
Яҙ миҙгеле етеү менән тағы ла тауға йүгерәбеҙ. Умырзая сәскәһенә һоҡланып, төрлө ырымдарға ышанып, өҙөргә ҡурҡабыҙ. Ҡуҙғалаҡ, ҡарғантай, кәзә йыуаларын йыябыҙ, сылтырап ағып ятҡан ҡар һыуҙарын күҙәтәбеҙ. Йылға буйына барып, боҙ китеүен тамаша ҡылыуҙан да бер рәхәтлек табабыҙ. Итектәребеҙҙең һыңарын уйламаҫтан йөҙҙөрөп ебәргән саҡтарыбыҙ ҙа булғыланы. Ҡойоға ҡолап, өҫтөбөҙҙө бысратып ҡайтыуҙы әйтеп тораһы ла түгел инде! Был миҙгелдә яратып уйнаған уйыныбыҙ үҙебеҙсә “Очко” тип атап йөрөткән “Лапта” була торғайны. Ике командаға бүленеп, туп һуғып, йүгерәбеҙ генә. Таяҡтың да шәп һуҡҡанын һайлап алабыҙ.
Хәҙер үҙебеҙ атай-әсәй булып, хәтирәләргә бирелерлек йәшкә еткәндә, балаларыбыҙға ҡарап күңел һыҡтай. Уларға тышҡа сығып уйнау ауыр бер эш эшләүгә тиң кеүек. Телевизор, гаджеттар текләп ултырыу менән генә сикләнәләр. Аңғармаҫтан үҙ-үҙеңә бер һорау бирәһең: ”Әгәр беҙ бала саҡта телевизорҙа күп каналдар, телефон, компьютерҙар булһа, беҙ нимә эшләр инек икән, ә?”