Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
7 Октябрь 2019, 11:50

ҒӘҘЕЛЛЕК ТАНТАНА ИТТЕ

Быйылғы Белем көнө байрамында беҙҙең ғаилә өсөн бик тә иҫтәлекле ваҡиға булды: Баймаҡ районы Күсей ауылында бер быуат элек асылған совет мәктәбенең беренсе уҡытыусыһына, бик ҡатмарлы, ауыр осорҙа балаларға ғилем биргән атайым Фитрат Хөснетдин улы Абдуллинға иҫтәлекле таҡтаташ асылды.

Быйылғы Белем көнө байрамында беҙҙең ғаилә өсөн бик тә иҫтәлекле ваҡиға булды: Баймаҡ районы Күсей ауылында бер быуат элек асылған совет мәктәбенең беренсе уҡытыусыһына, бик ҡатмарлы, ауыр осорҙа балаларға ғилем биргән атайым Фитрат Хөснетдин улы Абдуллинға иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Бер ниндәй сәбәпһеҙ онотолоуға дусар булған атайымдың исеме тарихта үҙенең лайыҡлы урынын алыуы—хәҡиҡәттең еңеүе, тантана итеүе. Таҡтаташ асыуға төрлө тарафтарҙа—Әбйәлил районында, Сибайҙа, Хабаровскиҙа йәшәгән туғандарыбыҙ килде. Шуныһы ҡыуаныслы: нәҫелебеҙҙә атайымдың эше (уҡытыусылар династияһы, олатайым дә мәҙрәсәлә уҡытҡан) дауам ителә. Бер-икеһен генә атап үтәм. Мәҫәлән, Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында йәшәүсе Әсмә Вәхит ҡыҙы Һөйөндөкова рус теле уҡытыусыһы булып эшләне, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Уның улы Илгиз Варис улы Һөйөндөков—Сибай институтында биология кафедраһы мөдире, биология фәндәре докторы. Үҙемдең өс ҡыҙым да юғары белемле педагог, Өфө, Сорғот ҡалаларында эшләйҙәр. Аллаға шөкөр, атайымдың нәҫел ебе өҙөлмәгән, лайыҡлы дауам ителә. Ғәҙеллек ҡасан да булһа еңә икән ул (хатта бер быуат үтһә лә). Мин, иң беренсе сиратта, бөтә тырышлығын һалып, архив документтарын өйрәнеп, атайым менән бер осорҙа йәшәгән ауылдаштарының раҫламаларына, иҫтәлектәренә таянып, атайымдың беренсе совет уҡытыусыһы булғанын иҫбат иткән ауылдаш апайҙарым Ғәрифә Шәһәрғәзи ҡыҙы Ҡыуатова менән Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы Байназароваға үҙем һәм барлыҡ туғандарым исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Уларҙың ныҡышмалылығы арҡаһында ғына атайым тарихта үҙенең лайыҡлы урынын алды. Форсаттан файҙаланып, үҙҙәре лә мәғариф ветерандары булған Ғәрифә Шәһәрғәзи ҡыҙы менән Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙын, шулай уҡ тантана көнөндә беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, ихлас ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән мәктәп коллективын Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым. Беҙгә эшләгән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!
Әминә Яҡупова-Абдуллина.
Баймаҡ районы Төркмән ауылы.
Читайте нас: