Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йəшəүсе Хөрмәт һәм Рауза Баййегетовтарҙың өйләнешеүенә ошо көндәрҙә теүәл 70 йыл. Бына ҡайҙа ул йәштәргә үрнәк булырлыҡ тере тарих вәкилдәре! Хозур туйҙарын билдәләүсе Баййегетовтарҙы ауылда ғына түгел районда ла белмәгән кеше һирәк. 70 йыл ғүмерҙе иңгә-иң терәп йәшәү--сәскәле ялан буйлап етәкләшеп үтеү генә түгел ул. Тормош һынауҙарын, әлбиттә, бер-береһен ысын күңелдән яратҡан, бер-береһе өсөн йән атҡан парҙар ғына йырып сыға ала, сабыр, түҙемлеләр генә моратына етә. Баййегетовтар тап шундай ғаилә. Ете балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә һәм белем биреп, оло тормош юлына сығарып, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөп, тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, бәхетле ғүмер кисерә улар. Намыҫлы йәшәп, намыҫлы хеҙмәт иткәс, кеше алдында ла һәр саҡ йөҙҙәре яҡты уларҙың.