Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
16 Август 2019, 10:33

Урбанизация

Урбанизация – ябай тел менән әйткәндә, ҡалаларҙың үҫеүе. Билдәле булыуынса, бер нимә үҫһә, мотлаҡ икенсе ер кәмей һәм аҙая. Миңә ҡалһа, ишетер ҡолаҡҡа шыҡһыҙ, күңел ҡабул итеп бөтмәгән һүҙ ул.

Урбанизация – ябай тел менән әйткәндә, ҡалаларҙың үҫеүе. Билдәле булыуынса, бер нимә үҫһә, мотлаҡ икенсе ер кәмей һәм аҙая. Миңә ҡалһа, ишетер ҡолаҡҡа шыҡһыҙ, күңел ҡабул итеп бөтмәгән һүҙ ул. Ни хәл итмәк, һәммәһен ватып-емереп урбанизацияның игеҙәге глобалләшеү килә. Йәнәһе лә бар йәһәттән эреләнәбеҙ. Шул глобалләшеү тәгәрмәсенең аҫтында ҡалып ауылдар иҙелә, аҙ һанлы халыҡтарҙың мәҙәниәте юҡҡа сыға, телдәр һаҡаулана. Ауыл, тиһәм уны тотошлай түгел, гелән берәмтәләп, тәфсирләп, теүәлләп күҙ алдына баҫтырам.
Әүәле күрше-күлән бала-сағаһы бер кейемде кейеп үҫтек: минең аяҡтан төшкән сандалийҙарымды ҡаршыбыҙҙа йәшәгән малай бер нисә йыл һөрәп йөрөп туҙҙыра алмай ҡыуа килгән ҡустыһына бирә, ул унан кесеһенә күсә, һәм ары. Кейем-һалымдың туҙмаҫын, тишелмәҫен әйт! Кеше кейемен кейеү ярлылыҡҡа иҫәпләнмәне, тейеш ғәмәл һымаҡ ҡабул ителде. Ана шул алмаш кейем яҡынлатманымы икән беҙҙе, тип тә уйлап ҡуям ҡайһы саҡ. Үҙеңдекенә бер ни ҙә етмәй, әле кәштәләрҙә һыныбыҙҙы йәмләмәгән, ят ерҙең һалҡынлығын һеңдергән бер көнлөк Ҡытай аламаһы өйөлгән…
Шунан ҡыш яҡынлаһа мал түлләй: һыйыр быҙауын, кәзә-һарыҡ бәрәстәрен йортҡа керетәбеҙ. Уларға ҡушылып һикереп уйнайһың, быҙау ҡытыршы теле менән биттәреңдән, маңлайыңдан ялай. Рәхәт, шул тиклем дә рәхәт, мал йәнлелек, йәғни, миһырбанлыҡ, шәфкәтлелек, йомшаҡлыҡ йәнгә, булмышҡа күсә, зиһенде яҡтыртып ебәрә. Эт-бесәйҙәр үрсене ҡала фатирҙарында. Балаларына түгел, шуларға күлдәк-маҙар, пинжәк тегеп кейҙереп ваҡыттарын үткәрәләр бәғзеләр. Эт тоғро йән, һүҙ ҙә юҡ, тик әҙәмдән эт еҫенең килмәүе хәйерле. Быҙау-бәрәстәр менән ойошоп үҫкәс эт тормошон шыпа ла ҡабул итә алмайым, нишләрһең инде…
Өй эсендә оҙон урындыҡ. Шунда теҙелеп ятып йоҡлап йөрөйбөҙ. Ҡойма яуында йорт түбәһе һыу тотмаған күршеләр ҡунып сыға, уларға ла урын етерлек, күңел киң булһа оса терәрлек урын табыла. Шул уҡ урындыҡ тәғәмләнер урыныбыҙ, иртә таң менән, урын йыйылып мөйөштәге һандыҡ өҫтөнә өйөлгәс, уртаға күлдәй киң, аҡтан-аҡ киндер ашаулыҡ йәйелә, түргә инеш һыуы ҡойоп ҡайнатылған оло эсле еҙ самауыр ҡунаҡлай. Ҡаланың тар өҫтәле тынды тарыҡтыра, крандан килгән һыуҙың ни тәме лә ни сихәте?!.
Беҙҙән арыраҡ йәшәгән Ҡауҙыр Шөғәйеп эсеп ҡайтып ҡайһы саҡ Гөлбоҫтан еңгәне ҡыйырһытып ташлай. Бигерәк яндырай, ҡамғаҡ ине шул ағайыбыҙ. Мәгәр еңгә абышҡаһының исемен мирға шаулатып, һауыт-һаба шалтырағанын ян-тирәгә ишеттерергә тырышманы, сүп-сарҙы ихаталарынан сығарманы. Тағы шуныһы – сарғаланып, ҡылтайып айырылып ҡайтам, тип тә ҡыялманы. Хәҙер ни, холҡобоҙ тап килмәй тип йәштәр, иҙәнгә яңылыш төшөп киткән балғалаҡты ла ҡалҡытырға теләмәй икеһе ике яҡҡа китергә әҙер…
Көҙ яҡынлашһа әсәйем мәктәп дәреслектәрен һатып алырға тип йәйәүләп Хәйбулла яҡтарына юллана. Элек белем алыу бушлай иҫәпләнһә лә, китап-дәфтәрҙәрҙе, мәктәптең башҡа кәрәк-яраҡтарын һатып алдылар. Шул дәреслектәр ҡулдан-ҡулға күсә, сөнки уның ҡәҙере, ҡиммәте үҙгәрә һалып бармай. Замана мәктәптәрендә китаптар күп тә бит, унда аҡыл һай…
Осрашыу аҙағында бер ҡыҙ бала тороп баҫты:
—Ағай, һеҙҙең урбанизацияға ҡарашығыҙ нисек?
—Урбанизация ауылдар юҡҡа сыға тигән һүҙ ул. Ә ауыл минең өсөн үҙе бер донъя, йәнемә, булмышыма яҡын, ҡәҙерле донъя. Урбанизация ана шул йәмле донъяны бөтөрөүгә йүнәлтелгән хөкөм ҡарары!..