Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
26 Июль 2019, 13:39

Бер көршәк ҡаймаҡ

Элек башҡорт ерҙәре булған Ырымбур өлкәһенең сигендә генә урынлашҡан ауылымда һәр ғаиләнең дә урыҫ «знакум»дары була торған ине.

Элек башҡорт ерҙәре булған Ырымбур өлкәһенең сигендә генә урынлашҡан ауылымда һәр ғаиләнең дә урыҫ «знакум»дары була торған ине. Йәмле яҙ, йәй айҙарында улар бала-сағаларын тейәп килеп төшә лә Һаҡмарҙың йомшаҡ һыуында кинәнеп йөҙөп, ҡыҙынып, урман һауаһын һулап ял итеп ҡайтырҙар ине.
Саф һауала ял итеп алған знакумдарҙың үҙеңде ашарҙай булып асығып ҡайтып инеүен хужабикәләр белеп бөткән инде, тәмле аш-һыуын әҙерләп көтөп торалар. Ғәйшә инәйебеҙ ҙә шулай, ызнакумдары яратҡан һөт ризыҡтарын әҙерләп, өҫтәл тултырып ҡуя. «Сметана ла сметана» тейеп йүгерешеп килеп ултырған урыҫ балаларына бер көршәк ҡаймаҡ килтереп ултырта. Көршәге лә көршәге! Совет заманында эшләнгән матур биҙәкле, тотҡалы, эмалле был һауытты ауыл әбейҙәре үҙенең ысын тәғәйенләнеше буйынса түгел, ә нәҡ ошо ҡаймаҡ үткәрер өсөн алырҙар ине. Өҫтәлгә килеп ҡунаҡлаған көршәкте күргәс, ҡала кешеләренең күҙҙәре маңлайҙарына менә. Танауҙарын сирып өҫтәл артынан тороп уҡ киткән балаларҙы күргән Ғәйшә инәй хәйләкәр генә кеткелдәп көлә. Белһендәр әле, тәмле эремсек, ҡаймаҡты эш итеп ашауы бер ҙә еңел түгелен. Иртәнән кискә тиклем мал, ҡош-ҡорт, баҡса тип бөтөрөлгән ауыл халҡының йәмле Һаҡмар буйында ял итеү түгел, сығып та күрә алмай икәнен.
Миләш һүрәте төшөрөлгән ошо матур көршөктө Ғәйшә инәй: «Яратып ҡына тотондом, яратҡан ғына киленемә бирәм»--тип туп-тулы иретелгән һары май менән тоттороп ҡайтарҙы. Инде нисәнсе йыл рәхәтләнеп тотонам. Бушаған ваҡытында ла, Ғәйшә инәйҙең төҫө булып, өй түрендәге кәштәмде биҙәп ултыра. Уға ҡараған һайын бер көршәк ҡаймаҡ тарихы иҫкә төшә. Шунан көлөшөп алабыҙ. Кәйефте лә күтәрә Ғәйшә инәйҙең бүләге!
Миләүшә Ҡыҙрасова.
Читайте нас: