АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
12 Апрель 2019, 12:31

Бараһыңмы ҡар һыуына?!

Иртәнге туңғаҡ ер йөҙөн ҡаплаған селтәр боҙҙарҙы келтерләтеп вата-емерә өләсәй менән ҡар һыуына барабыҙ. Өләсәй елкәһендәге көйәнтәгә оло биҙрәләр эленгән, ә мин бесәндә тотонған ҡара сәйнүк менән еләккә алып йөрөр бәләкәй бидонымды тотҡанмын. Силәктәрем юҡ түгел дә, бар. Тик сәйнүк мороно тар булғас, әллә ни сайпылмай—шуныһы уңайлы. Әле көн ныҡлап иретмәгәс, гөрләүектәр ҙә яй аға, йылға һыуы ла таҙа ғына булып үтә күренә. Сүмесләп кенә һыу тултырған өләсәйҙең ауыҙы ниҙер уҡый, текләп ҡарап торам.

Өләсәйем мунса тоҡандыра. Йыл да беҙҙе ҡар һыуына йыуындырырға күнеккән. «Сәстәрегеҙ йомшарыр, тәнегеҙ майлы һыуға төшкәндәй кинәнер»,—тип әүрәтә. Тағы ла ҡайын көлөн тондороп ултыртыр сөгөнө лә булды. Сүместең осо менән әҙ генә алып сайыныр һыуға ҡушып ҡойондорор ине. «Тәнегеҙҙең микробтары төшә, йылына бер көл тоноғо менән сайынығыҙ»,—тип өйрәткәне иҫтә. Мунса менән генә бөтмәй әле ҡар һыуының кәрәге. Икенсе көн урам усағына борҡотоп ут яғып, ҡар һыуына биҙрәләрҙе, ҡаҙан-табаларҙы ҡойондора. Самауыр ҙа бер ҡат ҡар һыуына ҡайнатылып ауҙарыла. Тәҙрә төбөндәге гөлдәргә өлөшләп һыу бүлеү иһә минең өҫтә.
Урындыҡтан буй юрғандар сығып ҡар һыуына ҡойонорға кәритәгә тула, буйлы балаҫтар һуҙыла уның артынса...Өй иҙәндәре лә ҡалмай, соландың буяу күрмәгән иҙән таҡталары ҡырылып, ҡар һыуына сайҡалып саф еҫ бөркә. Келәт эсендәге оло самауыр ҙа, ҡышҡы бурандарҙа ут һүнгәндә генә иҫкә килеп өйгә яҡтылыҡ бөркөр торбалы шәм дә ҡар һыуын «ялап» ялтырап ҡыуана кеүек...
Ысынлап та, ҡар һыуы йомшаҡ шул. Өләсәйем әйтмешләй, кергә «былизна» ла кәрәкмәй, ағарта. Апрелдә ҡар һыуына ҡойонһаҡ, майҙа йәш миндек бешкән йәшел һыуға сайына инек. Аҙаҡ мәтрүшкәле төнәтмә, ҡан үләне йыйып, уға ураныуҙары... Тәбиғәткә шул тиклем яҡын йәшәгән өләсәйебеҙ беҙҙе лә өйрәтеп маташты. Йәйге эҫеләрҙә яулыҡ эсенә оло дегәнәк япрағын ябына ине...
Ҡар һыуына барыу...Баралармы икән хәҙер ололар? Был һыуҙың тылсымына замана балалары ышанамы икән? Сәстәрен шампунһыҙ, тәндәрен еҫле һабынһыҙ йыумаған йәштәрҙе ышандыр инде ҡар һыуы, көл тоноғо файҙаһына, миндек һыуы шифаһына, йә мәтрүшкә сәйе дауаһына...
М.Сирғәлина.
Баймаҡ районы Һәмән ауылы.
Читайте нас: