Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
28 Ғинуар 2019, 12:14

Бәхеттәрҙә генә йәшә һин!

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе һеңлебеҙ һәм апайыбыҙ Рәйсә Мөхәмәт ҡыҙы Айнуллованы тыуған көнө—60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлебеҙ Баймаҡ районы Бөрйән-Йылға ауылында ҙур, татыу ғаиләлә тыуып үҫкән. Баймаҡ интернатында 10-сы класты тамамлағас Өфөгә юллана. Баш ҡала техникумында технолог-ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә.

Йәш белгес хеҙмәт юлын «Башҡортостан» ресторанында башлай. Ике йылдан кейәүгә сы-ға. Аҡъярға килен булып төшә. Унда ул «Башпотребсоюз» системаһында 40 йыл буйына, хаҡлы ялға сыҡҡансы, арымай-талмай эшләй. Ул үҙен оҫта, абруйлы хеҙмәткәр итеп күрһәтә. Район, республика кимәлендә тырыш хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, миҙал менән бүләкләнә. «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Мәскәү күргәҙмәһендә үҙ ризыҡтары менән Республика исеменән ҡатнаша. Хаҡлы ялға сыҡҡас ғәрәп телен өйрәнергә, намаҙ уҡырға өйрәнеп алды, мәсеттең әүҙем ағзаһы булып тора.
Улар Әнүәр кейәү-еҙнәй менән 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе, уларға юғары белем биреп, туйҙар үткәреп, оло юлға баҫтырҙы. Үкенескә күрә, Әнүәр кейәү-еҙнәбеҙ беҙҙең арала юҡ инде. Әммә Рәйсә һеңлебеҙ-апайыбыҙ бирешмәй, өс ейән-ейәнсәренә ярҙам итеп, матур йәшәй. Ул бик тырыш, ихлас, алсаҡ. Туғандары, дуҫтары, балалары менән һәр ваҡыт ҡатышып, аралашып матур донъя көтә. Киләсәктә лә ҡәҙерлебеҙ-гә оҙон ғүмер, һаулыҡ, йән тыныслығы теләйбеҙ. Балаларыңа терәк булып, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә оҙон ғүмер кисер.
Һиңә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.
Оло аҡыл, күркәм холҡоң менән
Ҡыуандырып беҙҙе йәшәйһең!
Fаиләңә—терәк, беҙгә кәрәк булып,
Бәхеттәрҙә генә йәшә һин!
Изге теләктәр менән—
апайың, һеңлеләрең Рәйфә, Гүзәл, Айгөл, ағайың Рәшит һәм уларҙың ғаиләләре.
3467. Мәҡәлә түләүле нигеҙҙә баҫылды.
Читайте нас: