АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
25 Ғинуар 2019, 16:51

Беҙ бит ғәзиз бер туған

Сибай ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерле апайыбыҙ Фәнүзә Бүләк ҡыҙы Атанбаева ошо көндәрҙә матур ғүмер байрамын билдәләне.Йылайыр районының Үрге Fәле ауылында Бүләк һәм Рауза Атанбаевтарҙың татыу ғаиләһендә дүрт ҡыҙ буй еткереп, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралһаҡ та, ғүмер буйы ҡатышып, аралашып йәшәйбеҙ. Ә өлкән апайыбыҙ инде үҙенән бәләкәс һеңлеләренә йәшләй генә гүр эйәһе булған әсәйебеҙҙе алыштырҙы тиһәк тә хата булмаҫ.

Сибай ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерле апайыбыҙ Фәнүзә Бүләк ҡыҙы Атанбаева ошо көндәрҙә матур ғүмер байрамын билдәләне.
Йылайыр районының Үрге Fәле ауылында Бүләк һәм Рауза Атанбаевтарҙың татыу ғаиләһендә дүрт ҡыҙ буй еткереп, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралһаҡ та, ғүмер буйы ҡатышып, аралашып йәшәйбеҙ. Ә өлкән апайыбыҙ инде үҙенән бәләкәс һеңлеләренә йәшләй генә гүр эйәһе булған әсәйебеҙҙе алыштырҙы тиһәк тә хата булмаҫ. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған атайыбыҙ Бүләк Мәғзүм улын аҙаҡҡы һулышына тиклем матур итеп баҡты. Беҙҙе, өс һеңлеһен, балаларыбыҙҙы изге фәрештә кеүек ел-ямғырҙан, хәүеф-хәтәрҙән һаҡлап тора ул. Апайыбыҙ баштан тырыш булды. Ауыл мәктәбендә уҡып йөрөгәндә үк ҙур ҡалаға ынтылды. Баш ҡаланың 1-се мәк-тәп-интернатын (хәҙерге Р.Fари-пов исемендәге башҡорт гимназияһы) уңышлы тамамлап, В.И.Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтында замана өсөн ул ваҡытта ят булған дефектология факультетында сурдопедагог һөнәрен үҙләштерҙе. Хеҙмәт юлын 1971 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының һаңрауҙар өсөн интернат-мәктәбендә башланы. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һабаҡ биреп кенә ҡалманы, ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты. Стәрлетамаҡ ҡала советына депутат итеп һайланды, Мәскәүҙә үткән уҡытыусыларҙың VII съезында делегат булды.
Шулай ҙа күңеле тыуған яҡтарға тартылды. 1986 йылда Фәнүзә апайыбыҙ ғаиләһе менән Сибай ҡалаһына ҡайтып төпләнде. Сибай педагогия колледжында студенттарға һабаҡ бирҙе. Аҙаҡ иһә Сибай төбәк психолог-медик-педагогик комиссияһына дефектолог булып эшкә күсте. Әлеге көндә лә, оло йәштә булһа ла, ошо комиссияла эшен дауам итә. Намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Башҡортостан Республикаһының мә-ғариф министрлығының Почет грамоталары менән баһаланды. Апайыбыҙ «Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы» тигән маҡтаулы исем йөрөтә. 2016 йылда Сибайҙа «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» булып танылды.
Балалары ла үҙенә оҡшап тырыш, донъя көтөүгә шәп. Өлкән ҡыҙы Гөлнара Дәминдәр ҡыҙы Сибай педагогия колледжында уҡыта, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы. Улы Ринат Сабитов ҡаланың «Ваш дом» сауҙа селтәрендә директор вазифаһын башҡара. Фәнүзә Бүләк ҡыҙын ҡыуандырып 2 ейәнсәре, 3 ейәне буй еткерә.
Фәнүзә апай! Киләсәктә лә барыбыҙға үрнәк, маяҡ булып, ғүмер үренә талмай атла. Бәрәкәтле ғүмерҙең иң-иң оҙонон, һаулыҡтың иң-иң нығын, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙың сикһеҙен, бәхеттең иң-иң мулын теләйбеҙ. Тағы ла ҙурыраҡ юбилейҙарҙы бергә ҡаршыларға яҙһын, йырҙа йырланғанса, бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, беҙ бит ғәзиз бер туған!
Иң изге теләктәр менән—һеңлеләрең Тәнзилә, Тәскирә, Нәфисә.