Ауыл биләмәһе, район күләмендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа ҡатнашып йөрөрлөк йәштәребеҙ ситкә китеп бөткәс, ауылыбыҙҙың мәҙәни усағының утын һүндермәҫ өсөн иҫәнбәттәр ныҡ тырышты. Берәүҙән дә кәм түгеллекте, талантлы һәм дәртле икәнлегебеҙҙе иҫбатлар өсөн һәр төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләре булған туғыҙ ҡатын бер төркөмгә тупландыҡ. Барыһының да моңло тауышҡа эйә булыуын иҫәпкә алып, ансамблебеҙҙе «Һандуғас» тип атаныҡ.
Үҙенсәлекле итеп кейенеп, беренсе тапҡыр булғанға, баҙнатһыҙ ғына сәхнәгә сығыуыбыҙға ла 15 йыл ғүмер үткән. Беренсе сығышыбыҙ Күсей ауыл мәҙәниәт йортонда булды. Артабан Баймаҡ районы күләмендә уҙғарылған бар мәҙәни сараларҙа ла, һабантуйҙарында ла әүҙем ҡатнаштыҡ. Иҫтәлекле бүләктәр, аҡсалата премиялар ҙа алдыҡ, номинацияларҙа билдәләндек. Сығыштарыбыҙ баҙыҡлана, үҙебеҙ ҡыйыулана төштөк. Беҙ инде сәхнәлә генә түгел, көндәлек тормошта ла бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ. Йыр-моңға һөйөү беҙҙе бер бөтөнгә әйләндерҙе.
Йылдар үтә торҙо, сәхнә костюмдарыбыҙ төрләнде, репертуарыбыҙ ҙа байыны. Быйыл беҙҙең эшмәкәрлеккә—15 йыл. Был ғүмер арауығы ғаләм өсөн ҙур ваҡыт булмаһа ла, кешенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә байтаҡ ҡына ул.
Баштарына француз яулыҡтарын ябынып, аяҡтарына ялтыр ҡара галуш, аҡ йөндән бәйләнгән башалтайҙар кейгән, күрер күҙгә һөймәлекле лә, әҙәпле лә еңгәйҙәрем, әхирәттәрем дә инде олоғая, олпатлана төштө. Ошо уҙған ваҡыт беҙҙең төркөмгә лә үҙенең эҙҙәрен һалды. Ике моңло һандуғасыбыҙ, төрлө сәбәптәр арҡаһында, әхирәттәрен ҡалдырырға мәжбүр булды. Тик беҙ уларҙы бер саранан да ситтә ҡалдырмайбыҙ, саҡырып ҡына торабыҙ, бәйләнеште өҙмәйбеҙ.
Ваҡыт ағышы, тормош һынауҙары «Һандуғас»тарҙың дәрттәрен, йыр-моңға һөйөүен һүндерә алмай әле. Әле лә беҙ йырҙар өйрәнеп яңы асылған клубта сығыш яһайбыҙ. Төркөмөбөҙгә ағзалар өҫтәп алдыҡ, тағы ла матур күлдәктәр тегеп кейҙек. Хәҙер галуш модаһы үтте, аҡ итектәр—ситектәргә күстек. Түштәребеҙгә селтәр-хәситәләр, баштарыбыҙға ҡашмауҙар әҙерләп алдыҡ. Халҡыбыҙҙың борондан килгән биҙәнеү әйберҙәрен ҡулланып, яңы һулыш өрөп, шуларҙы пропагандалап, йырлап-гөрләшеп йөрөү өсөн Хоҙайым беҙҙе һаулыҡтан айырмаһын, «Һандуғастарым».
Йорт-илдәрҙә тыныслыҡ булһын, йөрәктәребеҙҙә—йәшәү дәрте, клубтарҙың уттары һүнмәһен!
Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылы.