3 август иртәһе Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Айытбаевтарға оло ҡаза килтерә: ҡапыл сыҡҡан янғын арҡаһында биш балалы ҙур ғаилә урамда тороп ҡала. Fаилә башлығы Зәит Айытбаев был ваҡытта өйҙә булмай, ҡатыны Венера һәм балалар өҫтәрендәге бер ҡат кейем менән уттан ҡотолоп өлгөрә. Янғын һүндереүселәр килеүгә йорттоң эсен, ҡыйыҡтың бер өлөшөн тулыһынса ялҡын ялмай. Бары тик ҡара һөрөм баҫҡан бураны ғына ҡотҡарып ҡалалар.
Айытбаевтар был йортто 2012 йылда ҙур суммалағы кредитҡа һатып алған, айына 11700 һумдан тура килгән түләүҙәре әле бөтмәгән. «Беҙ алғанда ҡоро ер ҙә, бер бура бар ине. Алты йыл буйы төҙөнөк тә төҙөнөк. Шуныһы йәл: барлыҡ көнкүреш техникаһын—һыуытҡысты, туңдырғыс камераны, телевизорҙы яңыртҡайныҡ. Fинуарҙа ғына кер йыуыу машинаһы алып тоташтырғайныҡ. Тағы ла бер үкенес: янғындан өс көн алда ғына балаларҙы тулыһынса яңы уҡыу йылына кейендереп, мәктәп кәрәк-яраҡтары һатып алып өлгөргәйнек. Өр-яңы мәктәп формалары барыһы ла янды»,—тип әсенеп һөйләй Зәит Әбүзәр улы.
Fаилә башлығы ихатаһында төҙөй башлаған теплицаны ҡул аҫтындағы материалдар менән көпләп, шунда урынлашалар. Август дауамында туҡланыу ҙа, йоҡо урыны ла теплицала була. «Икебеҙҙең дә атай-әсәйҙәр күптән мәрхүм, барып баш төртөр, ярҙам һорар кеше лә юҡ»,—ти Венера. Әлбиттә, изге күңелле кешеләр, бигерәк тә күршеләре ҙур ғаиләнең хәленә инеп, түшәк-ҡаралты, һауыт-һаба кеүек, кәрәк-яраҡ алып килә. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте бүлгән аҡсаға балаларҙы яңынан мәктәпкә әҙерләйҙәр. Янғындан зыян күреүсе булараҡ, социаль ярҙам үҙәге аша юллаған аҡса ла иң кәрәкле әйберҙәр өсөн ярап ҡала. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы ир-азаматтары Замир Күсәбаев менән Фәнис Яҡуповтар ҡазаға тарыған ғаиләгә ҙур ярҙам күрһәтә.
Fаилә башлығы төҙөлөш магазиндары менән бүлеп түләүгә һөйләшеп, материалдар алып, өйҙөң төпкө өлөшөн тергеҙеүгә тотонған, сөнки тышта көҙ, теплицала йәшәү мөмкин түгел. Әле иҙән һалып, ғаиләһен шунда күсергән. Зәит—һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе, әммә эш урыны юҡ, ҡатыны—балалар баҡсаһында ашнаҡсы. «Бер эштән дә ҡурҡмайым, ҡайҙа ниндәй ҡалым бар, барыһын да эшлә-йем»,—ти Зәит Әбүзәр улы.
Себер тарафтарына вахтаға йөрөп, күптән түгел генә Сибайға ҡайтып эшкә төшкән улдары Батыр ҙа бығаса ғаиләһе менән атай йортонда йәшәгән. Әлеге ҡазанан һуң ҡуртымға фатир алып күсеп сығырға мәжбүр булған.
Бөгөн Айытбаевтар алдында ҡышҡа тиклем йорттоң бер өлөшөн булһа ла төҙөп, йылылыҡ үткәреү бурысы тора. Оло ҡаза күргән күмәк балалы ғаилә ярҙамға мохтаж. Ил төкөрһә, күл була, ти халыҡ аҡылы. Улар өсөн 100, 200 һум да ҙур ярҙам. Әйҙәгеҙ, милләттәштәребеҙҙе ауыр хәлендә яңғыҙ ҡалдырмайыҡ, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәйек!
Һаҡлыҡ банкыһында Венера Ишбулды ҡыҙы исеменә асылған карта 8-937-836-89-15 телефонына бәйләнгән.
Һүрәттә: Теплицалағы киске аш мәле.