Күптән түгел Гөлзифа Юлдашбаева исемле һылыу Мәскәү ҡалаһында үткәрелгән мәртәбәле конкурста ҡатнашып, оло еңеү яулап ҡайтты. «Минең бәләкәй тыуған илем» тип аталған, өс турҙан торған һынауҙы уңышлы үтеү өсөн байтаҡ көс һалырға тура килһә лә, һынатмай ҡыҙыҡай.
Район этабында уңышлы сығыш яһағандан һуң, республика кимәлендәге ярышҡа Өфө ҡалаһына юлланғас та: «Быйыл барыбер еңәсәкмен»,—ти ул. Үткән йылда Республикала 2-се урын яулаған булған, сәмләнеп ҡайтҡан, тимәк. Декабрь айында Өфөлә үткән сираттағы турға жюри итеп абруйлы этнографтар, фән кандидаттары саҡырылған. Улар алдында «Һай, был иҙеүҙәр!» темаһы менән сығыш яһаған Гөлзифа жюри ағзаларының һорауҙарына теүәл итеп яуап биреп, үҙенең темаһын тулыһынса асып бирә ала. Уның эшендә Баймаҡ районы Ярат ерлегендә табылған боронғо иҙеүҙәрҙең тарихы ла, көньяҡ Урал башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары иҙеүенең тегелеше, биҙәлеше лә, заманса иҙеүҙәр тураһында мәғлүмәттәр ҙә бар.
Республика кимәлендәге ярышта ла 1-се урын яулаған эш Мәскәү ҡалаһына сираттағы һайлап алыу турына ебәрелә. Бында инде тик өлкә һәм республика кимәлендә еңеүсе эштәр генә ҡатнаша. 39 эш араһынан 17 эш финалға һайлап алына. Шулай итеп, Гөлзифа илебеҙҙең баш ҡалаһында уҙғарылған конкурстың һуңғы этабына ла эләгә. Башҡортостандан был конкурсҡа 4 бала саҡырыла. Улар төрлө секцияларҙа үҙ көстәрен һынап ҡарай. Гөлзифаның эше «Традицион культура» тип аталған секцияла тыңлана. Ҡыҙ Мәскәү ҡалаһында үткәрелгән конкурсҡа тағы ла ентекләберәк әҙерләнә. Үҙ ҡулдары менән заманса һәм традицион иҙеүҙәр эшләй, башҡорт ҡурсаҡтарын кейендерә, улар тураһында ныҡлы мәғлүмәт туплай. Эшләгән иҙеүҙәрен һатып аҡса эшләп тә ҡарай, килемдәрҙе һәм сығымдарҙы иҫәпләргә өйрәнә. Шулай уҡ башҡорт әҙәбиәтенән иҙеүҙәр тураһында телгә алынған өҙөктәрҙе табып, анализлай, сағыштыра, һығымта яһай. Һөҙөмтәлә конкурсҡа ныҡлы әҙерләнеп барған ҡыҙыҡайға жюри алдында сығыш яһауы еңелгә тура килә. Ул яңы ғына тегелгән иҙеүле күлдәген кейеп жюри алдына сығып баҫа һәм таҡмаҡ әйтеп, «Ләүсәтин» бейеүен тәҡдим итә. Үҙенең сығышы ваҡытында аудитория менән бәйләнеш булдырырға ла, жюри менән әңгәмәләшергә лә, милли кейемле ҡурсағын федераль экология-биология үҙәгенә бүләк итергә лә өлгөрә ул. Әҙерлек бушҡа китмәй, педагогия фәндәре кандидаттарынан, музей хеҙмәткәрҙәренән торған баһалама ағзалары тарафынан яуған һорауҙарҙың һәр береһенә төплө яуап бирә алған ҡыҙыҡай был юлы ла еңеүсе тип табыла! Күтәренке кәйеф менән, еңеүсе миҙалын тағып, «Океан» лагерына путевка тотоп, затлы бүләктәр тейәп ҡайтып төшкән уҡыусыһы менән Ярат мәктәбе коллективы сикһеҙ ғорурлана. Ни тиһәң дә, Гөлзифа Рәсәйҙең Мәскәү, Ульяновск, Төмән, Һамар, Ростов, Тверь, Иркутск, Новосибирск, Смоленск, Омск, Ивановск, Белгород өлкәләренән һәм Коми, Удмурт Республикаларынан килгән конкурсанттар араһында башҡорт мәҙәниәтен сағылдырыусы берҙән-бер уҡыусы була!
Һәләтле ҡыҙыҡай конкурста ҡатнашыу менән генә сикләнмәгән, Кремль майҙанында ла, Мәскәү-сити эргәһендә лә үҙенең дәртле «Ләүсәтин» бейеүен мәскәүҙәргә бейеп күрһәткән.
Гөлзифа тағы ла үҙе менән Яңы йылда Ҡыҙыл майҙанда биҙәлә торған иң төп Кремль шыршыһының орлоҡтарын алып ҡайтҡан әле. Улар Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаһының «Детки кремлевской елки» проекты буйынса әҙерләнеп, матур ағас һауыттарға тупрағы менән бергә һалынып, тап ошондай һәләтле уҡыусыларға бүләк ителә икән. Ултыртылған шыршылар Рәсәйҙең экологик картаһында билдәләнеп ҡуйыла.
Әйткәндәй, ҡыҙҙы конкурсҡа әсәһе Миләүшә Азамат ҡыҙы әҙерләгән. Ҡәҙерле әсәһенә лә, ҡурсаҡтарҙы кейендерешеүҙә, иҙеүҙәр эшләүҙә ярҙам иткән Дилара Камил ҡыҙына ла оло рәхмәтле Гөлзифа. Уҡыусыға артабан да уңыштар, тырышлыҡ, сәм һәм ныҡлы рух теләйбеҙ!