Илебеҙгә иң изге байрамдарыбыҙҙың береһе—Бөйөк Еңеү көнө яҡынлаша. Был көндәрҙә беҙ илебеҙҙе немец фашистарынан азат итеп, еңеү яулаған яугир һалдаттарҙы иҫкә алабыҙ, тәбрикләйбеҙ. Мин иһә ҡартаталарының данына тап төшөрмәй, ил һағында тороусы ейәндәр тураһында һөйләргә теләр инем.
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Fәлиаслан Fәлиәскәр улы Иҙелбаевтың ейәне Айнур Абдулла улы Иҙелбаев Степной ауылында буй еткерҙе. Бәләкәй сағынан атаһының моңло йырҙарын ишетеп, йыр-бейеүгә әүәҫ булып, ҡурайҙа уйнап үҫте ул. Йыр-моң һөйөүе уны Степной урта мәктәбен тамамлағас, Сибай музыка колледжына алып килә. Тынлы музыка инструменттары бүлегендә тырышып белем алды Айнур, башҡа тиҫтерҙәре һымаҡ Рәсәй Армияһы сафтарында ла хеҙмәт итеп өлгөрҙө. Әрменән ҡайтып, уҡыуын бөткәс, йәш егеттең алдына эш табыу мәсьәләһе килеп баҫты. Йәштәргә һәр ерҙә юл асыҡ, тиһәләр ҙә, улай уҡ түгел шул. Уҡытыусы булып та, төрлө эштәрҙә лә эшләп ҡараған Айнур үҙен хәрби өлкәлә музыкант итеп һынап ҡарарға ниәт итте. Был уй уның башына элек тә килгән була: мәрхүм атаһының хыялы—улын хәрби музыкант итеп күреү ине.
Шулай итеп, Айнур тағы армияға юллана, кәрәк һынауҙарҙы үтеп, хәрби музыкант булып китә. Бер юлы бер нисә мәсьәлә хәл ителә: беренсенән, арыу ғына эш хаҡы, икенсенән, йәшәү өсөн торлаҡ бирелә, ә был хәҙерге заманда йәштәр өсөн бик кәрәк шарттар. Һәм иң мөһиме—яратҡан эше ижад итеүгә мөмкинлек бирә, Айнур йырҙар яҙа башлай.
Армия тормошо, әлбиттә, майлы бутҡа түгел. Кесе сержант Иҙелбаевтың ауыр саҡтарҙа ярҙамға килер дуҫтары бар. Сибай музыка колледжының шул уҡ тынлы музыка инструменттары бүлеген тамамлаған иптәштәре—Хәйбулла егеттәре сержанттар Айытбаев Динар, Сынбулатов Вәғиз, Әбйәлил егеттәре сержант Вәлиев Илфир, прапорщик Шәкиров Азамат менән бергә хеҙмәт итә ул.
Әйткәндәй, быйыл Сибай музыка колледжының асылыуына 20 йыл тула, шул айҡанлы егеттәр үҙҙәренең туған уҡыу йорттарына, уҡытыусыларына лайыҡлы белем биреп, оло тормош юлына баҫтырғандары өсөн ҙур рәхмәттәрен белдерә.
Погонлы музыканттар үҙҙәре хеҙмәт иткән хәрби оркестр составында былтыр Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнашты. Фронтовик ҡартатайҙарыбыҙ хөрмәтенә, еңеүсе халҡыбыҙ хаҡына тулҡынланып, дәртләнеп уйнап үттек майҙандан, ти улар. Әлбиттә, бындай яуаплы сарала ҡатнашыу ҙур хәрби әҙерлек, тәртип талап итә. Был һынауҙы ла уңышлы үтә егеттәр. Киләсәктә лә улар һыр бирмәҫ, бирешмәҫ. Тик һуғыш ҡына булмаһын, донъялар тыныс торһон!
Зифа Илбаҡтина, Сибай ҡалаһы.
Һүрәттә һулдан уңға: Айытбаев Динар, Вәлиев Илфир, Шәкиров Азамат, Иҙелбаев Айнур, Сынбулатов Вәғиз.