АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
27 Апрель 2018, 11:42

АТАЛЫҠ

Ата ҡаҙ менән дуҫлыҡ бәләкә-ә-әй саҡтан булманы. Тышҡа сығып, танауымды күрһәтеүем була, осоп килә лә етә. Әйтерһең, мине генә ҡарауыллап тора. Баҫтырып тотоп суҡый торғас, аяҡты күгәртеп бөттө. Ышанмайһыңмы? Бына асып күрһәтәм...

Ата ҡаҙ менән дуҫлыҡ бәләкә-ә-әй саҡтан булманы. Тышҡа сығып, танауымды күрһәтеүем була, осоп килә лә етә. Әйтерһең, мине генә ҡарауыллап тора. Баҫтырып тотоп суҡый торғас, аяҡты күгәртеп бөттө. Ышанмайһыңмы? Бына асып күрһәтәм...
Ул ғына тиһең әле, бер көн хатта елкәмә осоп менеп, сәсемдән эләктереп алып, метрҙан ашыу ҡанаттары менән «саңымды ҡағып» төштө. Ярай, ҡолаҡтан тешләмәне. «Һыңар ҡолаҡ Хисами», әй, яңылыш әйттем, Фәрит, булып йөрөр инем... Ул бер мине генә ыҙалата тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул. Шулай бер көн, көтөү ҡайтҡас, һыйырыбыҙ, аҡылдан шашҡан кеүек, ишек алдын тултырып йүгереп йөрөгәнгә әйләнеп ҡараһам, ошо аталыҡ, һыйырҙың елененән эләктереп алған да рәхәтләнеп «сәңгелдәк эйеп» йөрөй.
Көндәр йылынып, яланаяҡ йөрөрлөк булғас, әсәйем яңы сыҡҡан ҡаҙ себештәрен ҡалҡып сығып килгән ҡаҙ үләне өҫтөнә ебәрҙе лә миңә күҙ-ҡолаҡ бу лып торорға ҡушты. Әсәйем дә...ҡыҙыҡ инде. Аталыҡтың мине ене кеүек күреп «яратҡанын» белмәй була! Шулай ҙа өндәшмәнем. Ҡапҡа ярығынан булһа ла күҙ һалып йөрөрмөн әле.
Инә ҡаҙ өйҙә йомортҡа баҫып ултырып асыҡҡандыр инде, төшөү менән үләнгә йәбеште. Йомғаҡ ҙурлыҡ ҡына һап-һары себештәр, әсәләренән күрепме икән, үҙ-ара сипылдашып, яңы сығып килгән йәм-йәшел үләнде ҡабып тартҡан булалар, ҡайһылары, үлән өҙөлгән ыңғайға ҡолап та китә. Аталыҡтың үләндә эше юҡ—башын юғары күтәргән дә, башын бер уңға, бер һулға ҡыйшайтып, һауаны күҙәтә... Шуларҙы ҡыҙыҡ күреп ҡарап ултырып донъямды онота яҙғанмын. Бер ҡараһам, ата ҡаҙым әле кибеп өлгөрмәгән бәләкәй генә күләүек эсенә төшкән дә, һыу сәсрәтеп, шапылдатып бейеп тора. Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым: беҙҙең «һуғыш суҡмары»мы был, әллә «алыштырғандармы»? Ҡаҙ бейей! Ата ҡаҙ бейей!..
Яңыраҡ, бер табында, ни өсөндөр хисләнеп китеп, ошо ҡыҙыҡты һөйләй ҡуйҙым.
—Аһ-һ, һеҙҙең аталыҡ та бейей торғайнымы ни?—тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе Мәхтимә балдыҙ.—Мин беҙҙеке генә бейегән икән тиһәм...Атайым, беренсе төркөм һуғыш инвалиды, өлкәнәйгәс саҡ ҡуҙғалып йөрөнө. Малайҙар кеүек, әсәйемдән йәшереп кенә, тартҡыланы. Тәмәке тартам тип тупһаға сыҡһа, эргәһенә ҡаҙҙар йыйыла. Ем там иткәндәрҙер инде. Атайым:
—Йә, аталыҡ, бейеп ебәр әле!—ти ҙә—Бейе-бейе, бейе-бейе,—тип һамаҡлаһа аталыҡ бейей ҙә китә торғайны. Шуныһы ҡыҙыҡ: һамаҡлап, күпме инәлһәк тә, беҙгә бейемәне... Хужа күреп хөрмәт иттеме икән?
Бына шулай, бала саҡтың «уҫал аталығы»ла һағындыра икән ҡайһы саҡта...
Фәрит Әхмәров.
Читайте нас: