Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
13 Апрель 2018, 12:00

УҢҒАН ҠУЛДА БӘРӘКӘТ

Бөгөн һәр кем үҙ шөғөлөн аҡсаға әйләндерергә тырыша. Был насар күренеш түгел. Мәҫәлән, декрет ялындағы йәш әсәләр ҙә буш ваҡытында эшләгән ҡул эштәрен интернет аша һатып, үҙ ғаиләһенә аҙмы-күпме булһа ла файҙа килтереү яйын ҡарай. Шундай оҫталарҙың береһе хаҡында яҙмаҡсымын.

УҢҒАН ҠУЛДА БӘРӘКӘТ
Бөгөн һәр кем үҙ шөғөлөн аҡсаға әйләндерергә тырыша. Был насар күренеш түгел. Мәҫәлән, декрет ялындағы йәш әсәләр ҙә буш ваҡытында эшләгән ҡул эштәрен интернет аша һатып, үҙ ғаиләһенә аҙмы-күпме булһа ла файҙа килтереү яйын ҡарай. Шундай оҫталарҙың береһе хаҡында яҙмаҡсымын.
Әлиә Радик ҡыҙы Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге художество гимназияһында белем ала. Сибай институтының технология факультетын тамамлаған. Әле ире менән ике ул үҫтерә.
Бәләкәй улы тыуғас, танышырға килеүселәрҙең береһе күҙ тейеүҙән һаҡлай торған булавка бүләк итә. Йәш әсә уны ныҡ оҡшата һәм коляскаға тағып ҡуя. Шул саҡ Әлиәлә шундай биҙәүестәр эшләү теләге уяна.
Яңы шөғөлгә илһамланып тотона ул. Булавкалар, беләҙектәр, тәсбихтәр, алҡалар, муйынсыктар эшләй. Һәр береһе эксклюзив, ҡабатланмаҫ. Ҡул эштәренең фотоһүрәтен Интернеттағы социаль селтәрҙәргә һала. Шул саҡ заказ биреүселәр күбәйеп китә. Үҙҙәре өсөн генә түгел, бүләк өсөн дә һорайҙар. Шуға ла байрам алдынан Әлиәгә ялһыҙ эшләргә тура килә.
Тыуған ауылы Йомашҡа ҡайтҡанда оҫталыҡ дәресе ойоштора. Ауылдаштарын да үҙ эшенең серҙәренә төшөндөрә. Коллегалары ла теләп өйрәнә. Әлиә киләсәктә башҡорт селтәре төшөрөлгән футболкалар сығарырға иҫәп тота.
Йәш әсә инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгендә хеҙмәт дәресенән уҡыта. Уҡыусыларына белгәндәрен генә өйрәтеп ҡалмай, ә бар йылыһын бирә, тирә-яҡты, тормошто яратырға өндәй, матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләй.
Әлиә Радик ҡыҙын балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ихтирам итә, дәрестәрен көтөп ала. Коллегама киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!
Фирүзә Баййегетова.