Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
16 Февраль 2018, 11:30

ТУҒАН—ҺАҒЫНҒАНДА, КҮРШЕ КӨН ДӘ КӘРӘК

Тормош шулай ҡоролған: әҙәм балаһы атай-әсәй, туғандар эргәһендә генә түгел, ә ете-ят кешеләр араһында ғүмер кисерә. «Йорт һатып алма, күрше һатып ал» тигән боронғолар. Беҙҙең халыҡ уты һүнһә лә, тоҙо бөтһә лә күршеһенә йүгергән, ризығы менән бүлешкән, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашҡан, табышты ла уртаҡлашҡан.Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йортонда

Тормош шулай ҡоролған: әҙәм балаһы атай-әсәй, туғандар эргәһендә генә түгел, ә ете-ят кешеләр араһында ғүмер кисерә. «Йорт һатып алма, күрше һатып ал» тигән боронғолар. Беҙҙең халыҡ уты һүнһә лә, тоҙо бөтһә лә күршеһенә йүгергән, ризығы менән бүлешкән, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашҡан, табышты ла уртаҡлашҡан.
Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йортонда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре «Туған—һағынғанда, күрше көн дә кәрәк» исемле ҙур сара үткәрҙе. Байрамға бер-береһе менән иңгә-иң терәшеп, ҡатышып йәшәгән ут күршеләр йыйылды. Залда ултырыусыларҙы мәҙәниәт йорто директоры Л.Ф.Ултраҡова һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе З.Д.Искужина сәләмләне. Искужин Фаил, Моталов Сәғит, Арсланова Фәниә матур моңло йыр-ҙарын бүләк итте. Арсланова Сәүиә күршеләренә, дуҫтарына арнап яҙған шиғырҙарын уҡыны. Күршеләр йырлап-бейеп, уйнап-көлөп, тәмле сәйҙәр эсеп, сараны ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралышты. Шулай бер-береһе менән ҡатышып, дуҫ йәшәй ауылыбыҙ халҡы.
Ләйсән Бикбова.
Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы.