Таһир Әширәф улы һәм Евгения Петровна Нурмө-хәмәтовтар шәхси эшҡы-уарҙар, ҡалала байрам сараларын ойоштороу, биҙәү менән булыша. Өлкән ҡыҙ-ҙары Сафия гимназияла уҡый. Бәхетле сабыйҙың тыуыуын өләсәһе Гөлниса Дәминдәр ҡыҙы ла ҙур тү-ҙемһеҙлек менән көтөп алған.
—Ҡыҙ бала—ергә би-ҙәк. Гүзәл заттар күберәк тыуһа, донъяла именлек була, ҡот арта тиҙәр,—тине ҡаланың ЗАГС бүлеге на-чальнигы Айгөл Әҡсән ҡыҙы Бохарбаева, Нурмөхәмәтовтарға сабыйҙары тыуыу тураһында таныҡлыҡ, махсус бүләк тапшырып.—Төбәктә демографик хәл яҡшырһын, йәштәр үҙҙәре урынына ике- шәр бала табып ҡына туҡталмаһын, кешелекте, милләтте арттырыуға тос өлөш индереп, 3-әр, 4-әр, 5-әр сабыйға ғүмер бүләк ит-һен.