АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
9 Ғинуар 2018, 11:43

АҒАЙЫБЫҘ—БЕҘҘЕҢ ҒОРУРЛЫҒЫБЫҘ

Ир-егеттең йәшен һынамайҙар,Ә эшләгән эшен һанайҙар.Дауылдарҙа улар сынығалар,Ауыр саҡта шартлап һынмайҙар.Ағайыбыҙ Хужабиргәнов Иршат Зәйниғәбдин улы 1948 йылдың 6 ғинуарында Баймаҡ районы Әбдрәхмән ауылында күп балалы ғаиләлә тәүге бала булып доньяға килгән. Ата-әсәйебеҙҙең оло улы булғанғалыр, бала саҡтан уҡ үҙаллы, эшһөйәр булып үҫә. 1966 йылда Иҫке Сибай мәктәбен тамамлағандан һуң, Кәрешкә ауыл клубы мөдире булып эш башлай. Әрмелә элиталы ракета ғәскәрҙәре часында механик-заправкалаусы булып хеҙмәт итә.

Ир-егеттең йәшен һынамайҙар,
Ә эшләгән эшен һанайҙар.
Дауылдарҙа улар сынығалар,
Ауыр саҡта шартлап һынмайҙар.
Ағайыбыҙ Хужабиргәнов Иршат Зәйниғәбдин улы 1948 йылдың 6 ғинуарында Баймаҡ районы Әбдрәхмән ауылында күп балалы ғаиләлә тәүге бала булып доньяға килгән. Ата-әсәйебеҙҙең оло улы булғанғалыр, бала саҡтан уҡ үҙаллы, эшһөйәр булып үҫә. 1966 йылда Иҫке Сибай мәктәбен тамамлағандан һуң, Кәрешкә ауыл клубы мөдире булып эш башлай. Әрмелә элиталы ракета ғәскәрҙәре часында механик-заправкалаусы булып хеҙмәт итә.
1969 йылдың июнь айында ағайыбыҙ күкрәгенә «Хәрби һауа көстәре отличнигы» һәм «Спортсы-яугир» значоктарын ялтыратып тағып әрме хеҙмәтенән имен-һау әйләнеп ҡайтып төштө. Ул ҡайтып ике ай ҙа үтмәне, һуғышта алған тән һәм йән яраларынан ҡаты ауырыған атайыбыҙ ҡапыл вафат булып ҡалды. Әрме сафынан сынығып ҡайтҡан ағайыбыҙға бөтә донъя һәм тормош мәшәҡәттәрен, ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәрергә тура килде. Әсәйҙең төп таянысы, кәңәшсеһе булып, үҙенән кесе туғыҙ ҡусты-һеңлеһен ҡарашырға, ашатып-эсерергә, кейендерергә, уҡытырға булышлыҡ итте.
Әрме сафтарынан һуң, 1-се Этҡол урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Шул йылдарҙа 1-се Этҡол участка дауаханаһында фельдшер булып эшләп йөрөгән Банат исемле ҡыҙға өйләнеп, Татлыбай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә эшкә ҡайта. Мәктәптә эшләгән йылдарында йәмәғәт эштәрендә, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә актив ҡатнаша. Күп тә үтмәй, Сибай совхозы комсомол ойошмаһына секретарь итеп һайлап ҡуялар. 1975 йылдың авгусында Өфөлә халыҡ дружиналарының республика слеты уҙа. Ағайым слетҡа делегат итеп һайлана. Комсомолда эшләгән йылдарында ул участка инспекторҙарына тәртип һаҡлауҙа ҙур ярҙам күрһәтә.
Тырыш, һәр яҡтан өлгөлө егетте райондың комсомол комитеты Баймаҡ эске эштәр бүлегенә йүнәлтә. Ағайыбыҙ ауыр һәм тынғыһыҙ милиция эшенә өйрәнеп кенә ҡалмай, күңелен һалып башҡара. Ауыр ҙа, үтә яуаплы ла был эштә йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәр, борсолоуҙар, уңыштар һәм уңышһыҙлыҡтар кисереп оҙайлы йылдар эшләргә тура килә уға. Квалификацияһын һәм белемен камиллаштырыу маҡсатында Өфөлә МВД мәктәбендә уҡып, ошо эшен дауам итеп, майор званиеһында отставкаға китте. Коллективта хаҡлы абруй менән файҙаланды, йәмғиәт эштәрендә, смотрҙарҙа ҙур әүҙемлек күрһәтеп бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Ҡайҙа ғына, ниндәй вазифаларҙа эшләмәһен, үҙенең эшен еренә еткереп ҙур яуаплылыҡ, намыҫ менән эшләне.
Хөрмәтле ветерандың түшен күп һанлы наградалар биҙәй. Улар хоҡуҡ һаҡсыһының тырыш, фиҙакәр хеҙмәтенең шаһиты.
Иршат ағайыбыҙ Банат еңгәйебеҙ менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өлкән улы Илшат Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, металлургия комбинатында эшләй. Уның ҡыҙы Лилиә Ҡазан ҡалаһында университетта уҡый. Икенсе улы Илгиз атаһының юлын һайланы: Сибай эске эштәр бүлегендә өлкән инспектор, полиция майоры, килендәре Гөлфиә менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙы Гөлфиә Баймаҡ ҡалаһында Йәштәр республика социаль-психологик үҙәгендә педагог-психолог булып эшләй, кейәүҙәре Артур менән бер ул үҫтерәләр.
Бала саҡтан тормош ауырлығын аҙ татымаһа ла күңел төшөнкөлөгенә бирелмәй, көслө ихтыярлы, ҡусты-һеңлеләренә, балаларына үрнәк булып йәшәй беҙҙең ағайыбыҙ. Ул беҙгә бар яҡтан да өлгө.
Хөрмәтле ветеранға артабан да ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
З.З.Хужабиргәнов,
хеҙмәт һәм мәғариф ветераны.
Татлыбай ауылы.
Читайте нас: