АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
15 Декабрь 2017, 12:30

АС СЕРҘӘРЕН ҺАНДЫҒЫҢДЫҢ...

Серле һандыҡ тиһәләр, күҙ алдына өләсәйҙең өйөндә иң түрҙән урын алған, йоҙаҡлы, иҫтәлектәргә бай семәрле һандыҡ килә. Ундағы һәр бер әйбер ҡәҙерләп бәпләп-тәҫләп һалына һәм ниндәйҙер фәһемле ваҡиға менән бәйле.

Серле һандыҡ тиһәләр, күҙ алдына өләсәйҙең өйөндә иң түрҙән урын алған, йоҙаҡлы, иҫтәлектәргә бай семәрле һандыҡ килә. Ундағы һәр бер әйбер ҡәҙерләп бәпләп-тәҫләп һалына һәм ниндәйҙер фәһемле ваҡиға менән бәйле.
Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәгән Балхина Миңлеямал инәйҙең һандығы бикле лә, иҫ киткес семәрле лә түгел, әммә үҙенең эсенә күп кенә серҙәр һыйҙырған. Уның төбөнә «төшөп сыҡҡас», тәьҫораттарым менән уртаҡлашмай булдыра алманым.
1938 йылда Буранбай ауылында Әхмәҙулла һәм Яңылбикә Хәмитовтар ғаиләһендә 11 малайҙан һуң 12-се булып ҡыҙ бала тыуған. Уға Миңлеямал исеме һайланған. Үҫеп буй еткергән ҡыҙ 1956 йылда Сыңғыҙ ауылының сеүелдәктәр араһынан Балхин Fиниәт атлы егеткә кейәүгә сыға. Атаһы бер бөртөк кенә ҡыҙына йәшел төҫтәге ябай ғына йәтеш бирнә һандығы эшләп биргән. Тәү ҡарамаҡҡа шулай күренһә лә, уның эсенә быуаттан ашыу ғүмер арауығын үҙ эсенә алған ғәжәйеп серҙәр һыйған.
Иң беренсе тылсымлы ҡумтанан боронғо, биш билле, уҡалы камзул таптым. Был камзулды Шырмай (Fәҙелбай) ауылынан Рысбаева Аҫылбикә инәй тегеп биргән икән. Уның уҡаһын ағас көлө менән ышҡыһаң, ап-аҡ булып ялтырап китә, тип аптыратып та алды Миңлеямал инәй. Камзул артынса 1984 йылда күк бәрхәттән тегелгән кәзәкей күренде. Уның оҫтаһы—Түләкова Гөлйөҙөм инәй булып сыҡты (Рәйес Түләктең өләсәһе).
Кәзәкейҙән һуң иҫкереп туҙып бөткән күлдәк күренде. Был аламаны ниңә һаҡларға инде тип уйлап та өлгөрмәнем, Миңлеямал инәй уны яҙып күрһәтеп: «Был минең Буранбай ауылында йәшәгән әсәйемдең иҙеүле күлдәге, ул һәр ваҡыт ошолайтып тектереп кейҙе. Әсәйем Хәмитова Яңылбикә Fәлиәхмәт ҡыҙы 1892 йылғы. Күлдәктең дауарын (материалын, туҡымаһын) 1956 йылда ағайым Йәрмөхәмәтов Ҡотләхмәт Монголиянан алып ҡайтты. Ул шунда армияла булды. Бына иҙеүенең уртаһында монгол аҡсаһы—тугрик. Тағы ла боронғо көмөш тәңкәләр тағылған»,—тип һөйләп тә бирҙе.
Артабан һандыҡ төбөнән сепрәк түшелдерек алып күрһәтте. Уны ҡорамаларҙан тегеп, күлдәктең эсенән кейгәндәр икән. Уның эске һәм тышҡы ҡатламдары араһында кеҫәһе лә бар. Бында аҡса, асҡыстар һалып йөрөтөргә мөмкин булған. Күлдәктең тышынан мәрйенле селтәр таҡҡандар.
Киләһе ҡомартҡы мине тағы ла нығыраҡ аптыратты. Был 1856 йылда Миңлеямал инәйҙең өләсәһе Йәрмөхәмәтова Мөзәлифә тарафынан кәзә ҡылынан һуғып, уҫаҡ ҡайырыһынан яһалған буяуҙарға буялған балаҫ ине. Кәзә ҡылынан ошондай ҙа матур әйбер һуғып булыуын ауыл ҡыҙы булыуға ҡарамаҫтан, тәүгә ишетеүемә аптыраңҡырап та, ауыл ҡатындарының егәрлелегенә, юҡтан бар яһай белеүҙәренә һоҡланып та ҡараным. Кәзәнең дебетенән бәйләнгән шәл, бейәләй-бирсәткәләрҙе яратып ҡулланабыҙ ҙа ул, иллә мәгәр кәзә ҡылын да әрәм итмәүҙәрен белгәс, асҡан ауыҙҙы ябырға онотоп бергилке ҡарап торҙом әле. Етмәһә, 160 йыл буйы туҙмай нисек һаҡланған һуң был балаҫ? Уны әйләндереп-тулғандырып ҡарап торғанымда, Миңлеямал инәйем алдыма тағы ла бер йомшаҡ түшәк сығарып һалды. «Быныһы инде серге тыш була,—тине ул тантаналы рәүештә. Уны 1956 йылда әсәйем эшләп бирҙе. Аҫтындағы кейеҙҙе лә үҙе баҫты, өҫтөндәге ҡорама тышлығын да ҡораны»,—тип хәтер ебен һүтте ул. Миңлеямал инәйҙең өйөндә күпереп ятҡан яҫтыҡ тыштары ла 1956 йылда сигелгән булып сыҡты. Буяуҙары ла уңмаған, тыштары ла ап-аҡ.
Инде һандыҡтың сере бөткәндер тип кенә уйлап торғанымда, уның төбөнән һарғайып бөткән һалдат хаттары килеп сыҡмаһынмы! Фронттан Миңлеямал инәйҙең ағаһы Хәмитов Һаҙый Әхмәҙулла улының үҙ ҡулдары менән яҙған хаттары. Үәт, иҫтәлек исмаһам!
—Ағайым 1941 йылда һуғышҡа алынған ваҡытта ошоно эшләп, эсенә 3 ҡурай һалып киткән,—тип ағастан эсе өңөлөп эшләнгән бер оҙонса әйбер сығарҙы инәй. Баҡтиһәң, был ҡурай ҡыны икән.
—Ағайымдың иҫтәлеге итеп һаҡлайым. Ул оҫта ҡурайсы ине. Эсендәге үлән ҡурайҙарын Раев Зәйнулла мәрхүм ҡурайсыға уҡыған саҡта һорағас, биреп ебәргәйнем шул... Ә был ҡомартҡыны—ағас туҫтаҡты һуғышҡа китеп юғалған ике туған ағайым Хәмитов Лоҡман яһаған,—тип йәшел һандыҡтын барлыҡ серҙәрен дә сисеп бирҙе Миңлеямал инәй.
Осрашыуҙан һуң, мин борон өй түренең күрке булып, хәҙер инде соланға күсеп бөткән һандыҡтарҙың әллә күпме тарих һаҡлауына, уларҙағы хазинаның ни тиклем бай, ҡәҙерле һәм кәрәкле булыуына төшөндөм. Рәхмәт һеҙгә, серле һандыҡтар һәм уларҙың асҡыстары булған инәйҙәр!
Миләүшә Юлдашбаева.