Иҡтисади үҫешкә, инвестицион эшмәкәрлеккә баҫым яһалды
Форумдың пленар ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров
заманса шарттарҙа төбәктең иҡтисади үҫешенә һәм инвестицион эшмәкәрлеккә айырым туҡталды. Башлыҡ белдереүенсә, республиканың бюджеты артҡандан-арта, шул уҡ ваҡытта сығымдар ҙа күбәйә бара. Шул иҫәптән өҫтөнлөклө йүнәлеш булған махсус хәрби операцияға ярҙам итеү.-Шуға ла иҡтисадҡа инвестиция йәлеп итеүгә баҫым яһайбыҙ. Эре компаниялар проекттары менән бер рәттән урта эшҡыуарлыҡты үҫтеререүгә булышлыҡ итәбеҙ,--тине Радий Фәрит улы форумда. Башлыҡ был йүнәлештәге эштәрҙә бәләкәй ҡалаларҙың потенциалын ҡулланыу кәрәклеген дә белдерҙе. Ул шулай уҡ аҡсаны рациональ ҡулланыу режимына күсергә, республикала мобилизацион иҡтисадты үҫтерергә ҡушты. Рәсәй Хөкүмәте менән әүҙем эшләргә, кластерҙар, иҡтисад, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү һыҙаттары буйынса аҡса йәлеп итеү кәрәклеген әйтте.
Республикала уңышлы эшләп килгән инвестицион уполномоченныйҙар институты—бизнес-шәрифтәр эшмәкәрлеге айырым маҡтауға лайыҡ, тип белдерҙе төбәк етәксеһе. Был йүнәлеш биләмәләр иҡтисадына аҡса йәлеп итеү буйынса аныҡ эшләгән инструмент.
-Бөтә көсөргәнеш биләмәләрҙә инвестицион климат булдырыуға йүнәлтелгән. Шул иҫәптән бизнес һәм власть араһында бәйләнеш булдырыуҙы төҙөү. Был оҙайлы процесс. Эш барышында яңы проекттар тыуа, эре һәм ҙур булмаған предприятиелар эшләй башлай,--тине Башлыҡ.
Башлыҡ «Көньяҡ Урал һуҡмағы» туристик маршрутын юғары баһаланы
Инвестицион һабантуй барышында Радий Хәбиров «Көньяҡ Урал һуҡмағы» туристик маршруты макеттарын презентациялауҙа ҡатнашты. «Көньяҡ Урал һуҡмағы» Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе буйлап мең километрға һуҙылған туристик маршруттарҙан тора.
Проекттың авторы--Рәйес Ғәбитов Көньяҡ Урал һуҡмағы--Башҡортостанды һәм Силәбе өлкәһен үҙ эсенә алған Көньяҡ Уралдың матур урындары буйлап үтеп, 1000 километр оҙонлоҡтағы оҙон туристик маршрут булыуы хаҡында һөйләне.
Һуҡмаҡ Яҡтыкүл шифаханаһынан башлана, артабан Абҙаҡ курорты, Белорет ҡалаһы, Ирәмәл тәбиғәт паркы, Йөрәккүл милли парктары, Златоуст ҡалаһы, Тағанай милли паркы аша үтеп, Турғаяҡ һыртында тамамлана.
2024 йылда Шығай-Үҙән-Юғары Әүҙән-Иҫке Собханғол-Мәсем-Шүлгәнташтың яңы 200 саҡрымлыҡ участкаһы билдәләнде. Һәм 2025 йылға башҡорт Шихандарынан Ғүмәр тарлауығы һәм Күк-Ҡарауыҡ шарлауығы аша Шүлгәнташ мәмерйәһенә тиклем һуҡмаҡ һалынған.
Яңы проекттарҙы хуплау буйынса стратегик башланғыстар агентлығы генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин аңлатыуынса, 2020 йылда Көньяҡ Урал һуҡмағы проекттарҙы хуплау буйынса стратегик башланғыстар агентлығының пилот проектына әйләнгән һәм Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ярҙам алған. 2023 йылда шулай уҡ Силәбе өлкәһе хөкүмәте дәүләт ярҙамы күрһәткән. Йыл һайын ирекмәндәр һуҡмаҡтың яңы участкаһының 200-300 саҡрым оҙонлоғон билдәләй.
Радий Хәбиров башҡорт Шиханы, Урал тау сәнәғәтен, Ирәмәл тауы һәм Көньяҡ Урал курорттары макеттарын ҡарағанда һуҡмаҡтың бер маршрутын «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» республика программаһына яраҡлаштырырға кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте.
Рәйес Ғәбитов һуҡмаҡтың сәйәхәтселәр өсөн максималь уңайлыҡты күҙ уңында тотоп эшләнгәнен, уны палаткаларһыҙ үтергә мөмкинлек биреүен, приюттарҙа, ҡунаҡханаларҙа, ҡунаҡ йорттарында төн үткәреү мөмкинлеге булғанын билдәләне.
Туристар ял көндәрендә походтарға, шулай уҡ күп көнлөк маршруттарға сыға ала. Маркетинг тикшеренеүҙәре урындағы һәм сит ил туристары араһында ла маршрутҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу барлығын күрһәтә.
Киләсәкке планда Урал аръяғында маршруттың беренсе өлөшөн билдәләү ҡаралған: Сибай--Ғәҙелша шарлауығы--Ирәндек һырты--Талҡаҫ күле.
Шулай уҡ Көньяҡ Урал һуҡмағына көнбайыш инеү юлын--Силәбе өлкәһенең Әшә районынан асыу пландары бар, был туристар өсөн маршруттың уңайлылығын арттырасаҡ.
2026–2028 йылдарҙа Көньяҡ Урал һуҡмағын Башҡортостандың көньяғына, Ырымбур өлкәһенә һәм башҡа йүнәлештәргә киңәйтеү планлаштырыла.
-Беҙ туризмды иҡтисадтың иң мөһим өлөшө тип һанайбыҙ, әммә мин һәр ваҡыт баланс булыуын һәм тәбиғәтебеҙҙе кеше тәьҫиренән һаҡлауҙы тәҡдим итәм. Урал аръяғы әһәмиәтле тәбиғәт урындары менән айырылып тора. Бында туризмға бик иғтибарлы булыу талап ителә. Был куртка кейеп урам буйлап йөрөү түгел, бында махсус әҙерлек кәрәк, шуға күрә туристар өсөн махсус туристик программалар әҙерләнергә тейеш. Мин үҙем дә ҡатыным менән бергә Көньяҡ Урал һуҡмағының урман йәки тау маршруттарының береһенән үтергә теләйем»--тине Радий Хәбиров.
Сибай «Донъя кәсепселәре ҡалаһы» исеменә дәғүә итә
«Урал аръяғы-2025» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя кәсепселек советы делегацияһы менән осрашты. Башҡортостан һәм Бөтә донъя кәсепселек советы халыҡ кәсепселеге өлкәһендә хеҙмәттәшлекте күптән нығыта.
Көн тәртибендә республикала халыҡ кәсептәрен үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Бөтә донъя кәсепселек советы президенты Саад аль-Каддуми билдәләүенсә, Башҡортостандың кәсепселекте һәм туризмды үҫтереү өсөн потенциалы ҙур.
-Һеҙ күп нәмәне тәҡдим итә алаһығыҙ, мәҫәлән традицион кәсептәр, хәләл ризыҡ һәм башҡа бик күп мәҙәни аспекттар,--тине Саад аль-Каддуми.-Сибайҙа нимә эшләргә кәрәклеген белдек. Рекомендациялар төҙөйәсәкбеҙ, улар беҙҙе берләшеүгә булышлыҡ итәсәк. Бергәләшеп маркетинг, брендинг һәм туризмды үҫтереү буйынса эшләйәсәкбеҙ.
Бөтә донъя кәсепселек советы Башҡортостанға үҙ партнерҙарының береһе булараҡ ҡарай. Ойошма башҡорт оҫталырын халыҡ-ара кимәлгә сығарыуға, Иран, Ҡытай һәм башҡа илдәрең кәсепселек үҙәктәре менән бәйленеш булдырыуға булышлыҡ итергә әҙер.
-Төбәк етәкселеге кәсепселек сәнғәте менән ҡулланыусылар ғорурланһын һәм мираҫты баһалаһын өсөн рәссамдарға, башҡа ҡул эштәре оҫталарына һәр яҡлап ярҙам итеүенә шатбыҙ,--тине Саад аль-Каддуми.
Радий Хәбиров делегацияға төбәк менән ҡыҙыҡһыныуҙары һәм инвестицон һабантуйға килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
-Өфө «Кәсепселәр ҡалаһы» статусын алыуы стимул булды һәм урында ҡул эштәре сәнғәтен үҫтереүегә этәрҙе,--тине Республика Башлығы.-Әле беҙ кәсепселәр йәмғиәте менән тармаҡты яңы кимәлгә сығарыуға булшлыҡ итәсәк саралар планын әҙерләнек. Өфөлә йыл һайын май айында халыҡ һынлы сәнғәт төрҙәрен һәм кәсепселек халыҡ-ара фестивале уҙғарырҡа ҡарар иттек. Уда төрлө төбәктәрҙең һәм илдәрҙең ҡул эштәре оҫталары үҙ эштәрен күрһәтә аласаҡ.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Сибайҙың таш эшкәртеү сәнғәте өлкәһендә Бөтә донъя кимәлендә «Донъя кәсепселәре ҡалаһы»исемен алыуға барлыҡ шарттары бар, тип белдерҙе.
-Сибайҙың үҙ йүнәлеше—төрлө формаларҙа таш менән эшләү. Бында уникаль оҫталар эшләй, беҙ уларға ярҙам итергә һәм инициативаларын хупларға әҙербеҙ. Өфөлә «Йәшмә бүлмәһе» киң күләмле проектын тормошҡа ашырабыҙ. Ул билдәле гәрәбә бүләмәһенең аналогы буласаҡ. Сибайҙа иһә уның филиалын булдырырға иҫәп тотабыҙ,--тине Башлыҡ.
Форум сиктәрендә Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанына символик плитә һалынды. Ул инвестицион проекттарға баш һалыныу һәм әлегеләрен үҫтереү үлсәмен символлаштыра. Урал аръяғының инвестицион портфеле 230 миллиард һумлыҡ 243 проектты үҙ эсенә ала.
Урал аръяғын үҫтереү өсөн айырым юл картаһы булдырыласаҡ
Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2025» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Хөкүмәттең күсмә ултырышы уҙҙы.
-Хөкүмәттең бөтә ағзаларының да Өфөләге ултырыштар залында түгел, ә бында, үҫеш тураһында һүҙ барған муниципалитетта булыуы мөһим тип һанайым. Беҙ уның юлдары буйлап йөрөнөк, майҙансыҡтарын ҡараныҡ, унда йәшәүселәр менән аралаштыҡ,--тине Андрей Назаров.-Сибайға ҡағылышлы Башҡортостан Башлығынан һәм минән 47 контроль бойороҡ бар. Уларҙың барыһы ла яйға һалынған һәм барыһы ла социаль объекттар һәм инфраструктура төҙөлөшөнә һәм капиталь ремонтлауға бәйле.
Тиҙ арала пландарҙа Йәштәр һәм бала табыу йортон, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы бинаһын һәм урындағы Еңеү паркын төҙөкләндереү ҡаралған.
Беҙҙең өсөн «Шифа» балалар һауыҡтырыу һәм ял үҙәге, балалар өсөн белем биреү-реабилитациялау үҙәге, Төйәләҫ йылғаһында гидротехник ҡоролма төҙөү айырыуса мөһим мәсьәлә. Был объекттар айырым контролдә тотола,тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры.
Күрһәтмәләрҙең мөһим өлөшө инвестиция проекттарына ҡағыла. Тәү сиратта «Сибай-Подольск-Новорудная» тимер юл линияһын һәм 500 киловольт көсөргәнеш кимәле булған подстанция төҙөү проектын тормошҡа ашырыу.
«Полиметалл» компанияһы килеү менән Сибай тау-байыҡтырыу комбинатында хәл яҡшырҙы. Йыл башынан инвестициялар күләме 1,5 тапҡырҙан ашыу артты. Дөйөм алғанда, ҡалала ташылған продукция үҫеше күҙәтелә--11 процентҡа, был яҡшы динамика,--тип белдерҙе Назаров.-Яйлап, әммә ышаныслы рәүештә Сибайҙағы ете йыллыҡ эшебеҙҙең һөҙөмтәһе үҙен аҡлай.
Йыл һайын уҙғарылған «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйын тап Сибайҙан башлап ебәреүебеҙ ҙә юҡҡа түгел--ваҡыт был ҡарарҙың ни тиклем уңышлы булыуын күрһәтте.
Андрей Назаров белдереүенсә, Сибайға бөгөн ҙур иғтибар бүленә, әммә уға тағы ла күберәк кәрәк.
-Был беҙҙең төбәктең көньяҡ-көнсығыш өлөшөнөң ысын үҙәге булырға тейеш. Иҫегеҙгә төшөрәм: Башҡортостан ҡасандыр ошо төбәктән башланған. Урал аръяғының баш ҡалаһын үҫтереүгә беҙ ярҙам итмәһәк, кем ярҙам итә ала? Бөгөн тәҡдим ителгәндәрҙең барыһын да айырым «юл картаһы»на туплайбыҙ. Мин уны бер ай эсендә формалаштырырға һәм раҫларға ҡуштым. Был эштең барышын шәхсән үҙем күҙәтәсәкмен,--тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.
Гөлдәр Ҡадаева.