Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Сентябрь 2025, 19:50

"Көньяҡ Урал" туристик маршрутын "Торатау" геопаркы аса

Республика Башлығы Радий Хәбиров "Урал аръяғы" инвестицион һабантуй сиктәрендә "Көньяҡ Урал" уникаль туристик маршруты макеттары презентацияһын ҡараны. Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенең туристик маршруттарын берләштергән һуҡмаҡтың оҙонлоғо мең саҡрымға етә. Башлыҡ проектты юғары юғары баһаланы.   Искәндәрова Зөрһә Миңлебай ҡыҙы Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан килгән.- Көньяҡ Урал һуҡмағында беренсе билдәне “Торатау” геопарк асты. Ул һуҡмаҡ Торатауҙан башлана һәм Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәт ҡомартҡылары аша үтә. Һуҡмаҡҡа Янғанташ, Ирәмәл, Шүлгәнташ һәм башҡа гүзәл урындар ингән.

"Көньяҡ Урал" туристик маршрутын "Торатау" геопаркы аса
"Көньяҡ Урал" туристик маршрутын "Торатау" геопаркы аса

 

 
 
Олег Яровиков
 
Фото:Олег Яровиков
 
 

Беҙҙең “Торатау” геопаркы биләмәһенән ҡунаҡтар өҙөлмәне: килделәр,ҡаранылар, ҡыҙыҡһындылар. Ҡытай ҡыҙы килеп китте, Африка, Испания вәкилдәре яныбыҙҙа булды. Мәскәүҙең мәғариф тармағында эшләгән хеҙмәткәр эшмәкәрлегебеҙ менән ҡыҙыҡһынды һәм киләсәктә хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеү төҙөнө. Беҙҙең геопарк фән, мәғариф һәм туризм үҙәге булғас, экскурсия менән генә сикләнмәйбеҙ, фән, мәғариф, мәҙәниәтте лә алғы планға ҡуябыҙ. Сибайға ла беҙ юрматы ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемендә килдек. Беҙҙең милли кейем ырыуыбыҙҙы әллә ҡайҙан танытып тора.
“Торатау” геопаркында хеҙмәттәшем Эльвира Ғариф ҡыҙы менән экскурсиялар ойошторабыҙ, йәғни, гид булып эшләйбеҙ. Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә балалар уҡытабыҙ. Торатау тарихын 30 йылдан ашыу өйрәндек һәм бына 5-се йыл геопаркта эшләйбеҙ. Үҙебеҙҙең музей ҙа бар. Хәҙер матур этнокомплекс та төҙөнөләр. Сибайҙа 7-се тапҡыр уҙғарылған инвестицион һабантуйға тәүге тапҡыр килдек. Был сарала беренсе тапҡыр ҡатнашабыҙ ғына, ә Сибай минең тыуған ҡалам. Ошонда тыуып үҫтем, белем алдым, Ишембай районына 36 йыл элек килен булып төштөм. Тығандарымды, класташтарымды күренеп ҡыуанып торам.
Әсәйем тураһында ла әйтеп китәйем. Зәлифә Исәмғил ҡыҙы Байсыуаҡова Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар 8-се мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Атайым менән 3 бала – 2 ҡыҙ һәм 1 ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр.Әсәйем Йылайыр районының Һултантимер ауылы ҡыҙы. Мин дә йәш саҡта Юлдыбайҙа эшләнем.
"Көньяҡ Урал" туристик маршрутын "Торатау" геопаркы аса
"Көньяҡ Урал" туристик маршрутын "Торатау" геопаркы аса
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас