Сибайҙа «Мин өйҙә» бренды аҫтында «Урман әкиәте» яңы турист ял базаһы асылды. Ул «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.
Төйәләҫ йылғаһы буйында урынлашҡан база территорияһында ике ҡунаҡ йорто төҙөлгән. Улар йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында уңайлы һәм хәүефһеҙ ял итеү өсөн тулыһынса йыһазландырылған. Яҡында йәйәүле маршруттар үтә. Шулай уҡ унда эскәмйәләр һәм беседкалар менән ял итеү зонаһы бар. Бынан тыш, бында ял итеүселәр турист ҡорамалдарын ҡуртымға ала аласаҡ. Шулай уҡ туҡталҡа хеҙмәттәре лә ҡаралған.
«Ҡышҡыһын бында боҙ өҫтөндә конькиҙа шыуырға мөмкин, йәйгеһен ҡунаҡтар йылғала һыу инә, яр буйында ял итә йәки тәбиғәттә пикник ойоштора ала. Әүҙем ял яратыусылар өсөн балыҡ тотоу, йәйәү йөрөү һәм башҡа хеҙмәттәр тәҡдим итәбеҙ. Беҙҙең ял базаһы—көндәлек тормоштан ял итеү, тәбиғәттең матурлығынан ләззәт алыу һәм яҡындарығыҙ менән ваҡыт үткәреү өсөн ҡулайлы урын»,—тип билдәләне объект төҙөлөшөнә грант алған «Престиж» компанияһы директоры Анастасия Климова.
Билдәле булыуынса, «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
автор: КӘРИМӘ УСМАНОВА.
Әйткәндәй, Республика Башлығы Радий Хәбиров бизнес вәкилдәре менән ай һайын осрашыуҙар башланыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Был килешеп эшләргә, был тәңгәлдә тағы ла һөҙөмтәлерәк єшләргә булышлыҡ бирәсәк.
2024 йылда республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 142 мең самаһы тәшкил иткән, был 2023 йылға ҡарағанда 4,3 процентҡа күберәк. Уртаса предприятиелар һаны 7,5 процентҡа арта, ә үҙмәшғүлдәр һаны 41,3 процентҡа артып, ул 263 меңгә яҡын кеше тәшкил итә.
—Бизнес, эшҡыуарлыҡ—өҫтөнлөклө йүнәлеш. Кешегә эш булдырыу йәһәтенән бик кәрәкле тармаҡ. Ошо юҫыҡта гранттар, субсидиялар булдырылыуы, әлбиттә, бик яҡшы. Тик бөтә теләгән кеше бизнесты алып китә алмай. Шуға ла минең уйымса эшҡыуарҙарҙы әҙерләү буйынса айырым курстар, тренингылар кәрәк, был эффектлыраҡ эшләргә мөмкинлек бирер ине. Сөнки был йүнәлештә эшләүселәр көн дә тиерлек стресс кисерә, ауырлыҡтар аша үтә. Туҡтап ҡалмаҫ өсөн улар ныҡлы әҙерлекле булырға тейеш,—ти Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, эшҡыуар Айбулат Уразбахтин.