Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май , 17:15

Башҡортостанды донъяға танытыу өсөн брендтар булдырыу, креатив индустрияны үҫтереү кәрәк

 “Урал аръяғы – 2024” инвестиция  һабантуйында Башҡортостанда креатив индустриялар  киләсәге тураһында һөйләштеләр.

Башҡортостанды донъяға танытыу өсөн брендтар булдырыу, креатив индустрияны үҫтереү кәрәк
Башҡортостанды донъяға танытыу өсөн брендтар булдырыу, креатив индустрияны үҫтереү кәрәк

Башҡортостанды донъяға танытыу өсөн, брендтар булдырыу, креатив индустрияны үҫтереү кәрәк

     “Урал аръяғы – 2024” инвестиция  һабантуйында Башҡортостанда креатив индустриялар  киләсәге тураһында һөйләштеләр.

 

 

         Бер нисә сәғәт дауамында эшҡыуарҙар,  дәүләт власы органдары,  дәүләт һәм шәхси компаниялар вәкилдәре, мәҙәниәт, сәнғәт һәм туризм вәкилдәре төбәктең креатив индустрияһының үҫеш нөктәләрен эҙләне.

      –Башҡортостандағы креатив индустрияны бөгөн IT-технологияларҙан башлап киноиндустрияға тиклем ун тармаҡтан  предприятие торған киң спектр билдәләй. Республикала 34700 кеше һәм  17500 предприятие  кретив индустрия тармағында эшләй.   Инвестһабантуй үткәреү урыны итеп юҡҡа ғына Сибай ҡалаһы һайланмаған. Тап Сибай ҡалаһы менән Межгорье ҡалалары төбәктә иң креатив муниципалитеттар тип иҫәпләнә,  – тине сесссияның модераторы Олег Дьяченко.

      Сессияла ҡатнашыусыларүҫеш нөкттәһен эҙләүҙән алып республикала крепатив  индустрияның  ныҡлы үҫешенә ҡамасаулаусы проблемаларға тиклем бик күп  мәсьәләләр хаҡында фекер алышты.

      Төбәккә, мотлаҡ креатив ҡарар  – берҙәм бренд булдырыу кәрәк. Шуның буйынса уны Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә танырға тейештәр,  тигән фекергә килде һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар.

     – Мәҫәлән, “Бал ҡорто” тигән бренд үҙенә күрә сифат һәм  ышаныс билдәһе булһа, туризм өсөн донъя кимәлендәге бал музейын булдырыу зыян итмәҫ ине, – “Башҡортостан” киностудияһының генераль директоры  Юнир Әминев.

    Инвест-һабантуйҙа ҡатнашыусылар креатив индустрияны үҫтереү өсөн дәүләт кимәлендә маркетинг менән рекламаны үҫтереү, һәр муниципалитетта эшмәкәрлек өсөн уңайлы шарттар булдырыу, мәктәптән алып креатив индустрия өсөн кадрҙар әҙерләү кәрәк, тигән һығымтаға килде.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: