Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Май , 17:10

Башҡортостанда Төркиәнең Генераль консуллығы асыла

Быйыл көҙ Башҡортостанда Төркиә Республикаһының Генераль консуллығын асыу планлаштырыла.

Башҡортостанда Төркиәнең Генераль консуллығы асыла
Башҡортостанда Төркиәнең Генераль консуллығы асыла

Бөгөн “Урал аръяғы – 2024” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Төркиәнең  бизнес-йәмғиәте менән эшлекле осрашыуҙа  хәбәр иттеләр.

“Әһәмиәте буйынса Төркиә менән тауар әйләнеше икенсе урынды биләй, ошо тенденция киләсәктә лә һаҡланыр, тип ышанабыҙ”, – тине Төркиә  эшҡыуарҙары менән    осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Ул Төркиә предприятиеларының Башҡортостан биләмәһендә уңышлы эшләүен билдәләне.  Төрөк компанияһы ҡатнашлығында көнсығыш юлын төҙөү буйынса киң күләмле проектты тормошҡа ашырыу бының асыҡ миҫалы булып тора.

Сибайҙағы  форумла билдәләнеүенсә, төбәктә сит ил партнерҙары менән  һөҙөмтәле эш алып барыу өсөн  бар мөмкинлектәр булдырылған.

“Беҙҙә Төркиә вәкиллеге уңышлы эшләй. Бөгөн тағы ла ниндәйҙер аныҡ ҡарарға килербеҙ, тип ышанам”, – тине республика етәксеһе.

Әйткәндәй, БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы  мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йыл  йомғаҡтары буйынса, Төркиәгә башҡорт тауарҙарын экспортлау 123 процентҡа артҡан.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: