АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Май , 10:55

Ғаилә йылында - ғаилә рестораны

-Ғаилә ресторанын асыу тураһында күптән хыялландым. Белем, тәжрибә етеңкерәмәне, эш башлауға аҡса ла кәрәк ине. Шулай ҙа Сибай ҡала хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек һәм улар ярҙамы менән Ғаилә йылында ялды күңелле һәм файҙалы уҙғарыу урыны ғына түгел, тәмле итеп туҡланыу нөктәһен аса алдыҡ,--ти “Дэлис” ғаилә рестораны директоры Дилә Хөсәйенова.-Ресторан ҡалалаштар һәм ҡунаҡтар өсөн бик уңайлы урында, үҙәктә--Таусылар проспектының 12-се йортонда урынлашҡан. Европаса аш-һыу ҙа әҙерләйбеҙ, милли аш-һыуға ла өҫтөнлөк бирелә. Яңылыҡтарҙан стейктарҙы әйтергә була. Уны мангалда ҡурыуға рөхсәт-паспортыбыҙ бар.

Ғаилә йылында - ғаилә рестораны
Ғаилә йылында - ғаилә рестораны

Күптәр үҙ эшеңде асыу, бизнес булдырыу еңелдән түгел, конкуренция көслө, ҡорамалдар ҡыйбат, ҡуртым хаҡы юғары тип уйлай  һәм эшҡыуарлыҡтан ҡурҡа. Был өлкәне үҫтереүгә, үҙ эшеңде башлап ебәреүгә төрлө программалар һәм тренингтар барлығын белгәндәр иһә ҡыйыу рәүештә үҙ эшен аса.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ярҙам күрһәтеү программаһы – шәхси эшҡыуарҙарға, бизнесмендарға финанс ярҙамына, консультацияларға, шулай уҡ уҡытыу программаларына юл асыусы инструмент.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам күрһәтеү” милли проектына ярашлы Сибай ҡала хакимиәтендә даими рәүештә инвестиция сәғәтте ойошторола. Шулай уҡ үҙ бизнес-проектын тормошҡа ашырырға теләүселәр өсөн конкурстар ҙа үткәрелә. Ошондай маҡсатлы эшмәкәрлек һөҙөмтәһе булып ҡалабыҙҙа ошо көндәрҙә яңы “Дэлис” рестораны асылды.

-Ғаилә ресторанын асыу тураһында күптән хыялландым. Белем, тәжрибә етеңкерәмәне, эш башлауға аҡса ла кәрәк ине. Шулай ҙа Сибай ҡала хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек һәм улар ярҙамы менән Ғаилә йылында ялды күңелле һәм файҙалы уҙғарыу урыны ғына түгел, тәмле итеп туҡланыу нөктәһен аса алдыҡ,--ти “Дэлис” ғаилә рестораны директоры Дилә Хөсәйенова.-Ресторан ҡалалаштар һәм ҡунаҡтар өсөн бик уңайлы урында, үҙәктә--Таусылар проспектының 12-се йортонда урынлашҡан. Европаса аш-һыу ҙа әҙерләйбеҙ, милли аш-һыуға ла өҫтөнлөк бирелә. Яңылыҡтарҙан стейктарҙы әйтергә була. Уны мангалда ҡурыуға рөхсәт-паспортыбыҙ бар.

Эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү урында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, яңы эш урындары булдырыуға, халыҡтың килемен арттырыуға, йәшәү сифатын күтәреүгә, ҡаланың иҡтисади күрһәткестәрен яҡшыртыуға илтә.

Гөлдәр Ҡадаева.

Ғаилә йылында - ғаилә рестораны
Ғаилә йылында - ғаилә рестораны
Автор:Гульдар Кадаева