Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Июль 2023, 16:50

ЯҢЫ ЦЕХ АСЫЛДЫ

Баймаҡ районында мал һуйыу цехы асылды. Ул Муллаҡай ауылында “Иген-тау” ауыл хужалығы етештереү кооперативы базаһында урынлашҡан.

ЯҢЫ ЦЕХ АСЫЛДЫ
ЯҢЫ ЦЕХ АСЫЛДЫ

Баймаҡ районында “Кооперативтың матди-техник базаһын үҫтереү” Федераль программаһы сиктәрендә мал һуйыу цехы асылды. Ул Муллаҡай ауылында “Иген-тау” ауыл хужалығы етештереү кооперативы базаһында урынлашҡан.

 Азамат Ильясов етәкләгән хужалыҡ 100 кешене берләштерә. Улар бергәләшеп 2019 йылда республикала иғлан ителгән проектта ҡатнашырға ҡарар итә. Инициатив төркөм 3 миллион һум самаһы грант ота һәм уға ит эшкәртеү өсөн ҡоролмалар ала. Әлеге мәлдә кооперативта һәр төрлө ит ризыҡтары етештерелә, ул районда ғына түгел, унан ситтә лә һатыуға сығарыла.

2022 йылда “Иген-тау” “Кооперативтың матди-техник базаһын үҫтереү” Федераль программаһында “Мал һуйыу модулле цехын төҙөү” проектын уңышлы яҡлағайны. Ниһайәт, уны асыу сараһы үтте. Яңы цехты асыуҙа район башлығы Фәнис Әминев та ҡатнашты.

--Ауылда яңы “үҫеш нөктәһе” барлыҡҡа килеүе менән ауыл халҡын ҡотлайым. Ул ауылды ғына түгел, районды күтәрә. Кооператив етештергән ит ризыҡтары юғары сифатлы. Быны уға теҙелгән сират та дәлилләй. Башланғысығыҙҙа уңыштар теләйем,--тине Фәнис Ғәбдрәшит улы сығышында.

Яңы цехта итте туңдырыу камералары, күтәреү, үлсәү механизмдары бар. Цех урынлашҡан ер уңайлы, яҡын ятҡан ауылдарҙан мал килтереү өсөн ҡулайлы.

--Билдәле булыуынса, ит итеп һатыу өсөн үҫтерелгән малдарҙы шәхси хужалыҡта һуйыу тыйылған. Шуға ла һуйыу пункттары селтәре барлыҡҡа килде. Бындай объекттарҙы төҙөүгә субсидиялар бирелә. Дөйөм алғанда, кооперациялар системаһын үҫтереү республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш,--тип билдәләне Баймаҡ районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Айнур Вәлишин.

 

Фото: "Баймакский вестник" гәзитенән.

Автор:Резеда Валиева