Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июнь 2022, 16:45

Төбәгебеҙ туристар өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш

Бының өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә туризмды үҫтереү тураһында яҙып сыҡты.

Төбәгебеҙ туристар өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш
Төбәгебеҙ туристар өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш

“Алдыбыҙға республиканың туристик “магнит” булараҡ абруйын нығытыу бурысын ҡуйҙыҡ. Шуның менән бергә яңы эш урындары булдырыу, экологияға зыян килтермәйенсә, биләмәләрҙе үҫтереү, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау шарт.

Ошо йүнәлештә өр-яңы алымдар, юлдар эҙләйбеҙ. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Туризм РФ корпорацияһы”ның генераль директоры Сергей Алексеевич Суханов менән Башҡортостанда ситтән килеү туризмын үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ.

Артабан киттек”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Автор:Гульдар Кадаева