Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Октябрь 2021, 15:35

Яңы яңы инде

Хәйбулла районының Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты һуңғы йылдарҙа предприятиены техник яҡтан нығытыуға ҙур иғтибар бүлә. Ни тиһәң дә ваҡыт техниканы ла, ҡеүәтле тау ҡорамалдарын да аямай: яйлап улар боҙола, иҫкерә, сафтан сыға.

Яңы яңы инде
Яңы яңы инде

Күптән түгел комбинаттың Октябрь ер аҫты руднигының механизмдарҙы ремонтлау оҫтаханаһына яңы токарь станогы урынлаштырылды.

Ғөмүмән, ер аҫты руднигының үҙ механизмдарҙы ремонтлау комплексы булыуы бик отошло. Уның ярҙамында рудник етәкселеге бик күп мәсьәләләрен хәл итә. Бында ваҡ деталдәрҙе ремонтлау, яһауҙан алып, ҙур, ҡеүәтле механизмдарҙы тергеҙеү мөмкинлеге лә бар. Техника боҙолоп, тау сәнәғәте эше тотҡарланмаһын өсөн махсуслаштырылған станоктар паркының да заманса йыһазландырылышы мөһим. Яңы станоктар комбинаттың руднигында ла, шахтаһында булыуы дөйөм эшмәкәрлеккә ыңғай йоғонто яһай.

Әлеге ваҡытта Октябрь ер аҫты руднигының станок паркында 8 берәмек ҡорамал иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа ғына бында универсаль ике токарь-винт ҡырҡыусы станоктар урынлаштырылған. Уларҙы һатып алыуға предприятие 3 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән.

--Яңы ҡорамалдар деталдәр менән булышыу ваҡытын кәметә. Иҫке станокта эшләү геометрик теүәллек, эшкәртелгән деталь өҫтөнөң таҙалағы тураһында һүҙ алып барып булмаһа, яңыларында бындай етешһеҙлектәр бөтөнләй булмай. Станоктар паркын яңыртыу эшкәртелгән изделиелар номенклатураһын арттырыуға булышлыҡ итә,--ти Октябрь ер аҫты руднигының баш механигы Руслан Иҫәнгилдин, яңы ҡорамалдарҙың өҫтөнлөктәрен һанап.—Яҡын арала дөйөм хаҡы ярты миллион һумдан ашыу торған механизмдарҙы тишеү станогын һатып алыу ҙа күҙаллана.

Эшселәргә яңы станоктарҙа рәхәтләнеп, күңел биреп эшләргә яҙһын.

Автор:Гульдар Кадаева