АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Сентябрь 2021, 18:00

Мөһим килешеүҙәр төҙөлдө

Сибайҙа үткән III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә бик саралар ойошторолдо. Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе Инвестицион комитеттың «Инвестицион сәғәт» форматындағы ултырышы булды. Форумдың тағы өс майҙансығында стратегик һәм дискуссия сессиялары, экология, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт һәм туризм үҫеше мәсьәләләре ҡаралған түңәрәк өҫтәлдәр эшләне.

Мөһим килешеүҙәр төҙөлдө
Мөһим килешеүҙәр төҙөлдө

Сарала инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,5 млрд һум тәшкил иткән 5 инвестицион проект ҡаралды.Инвестоҙар Сибай ҡалаһында макарон изделиелары етештереү линияһы цехы төҙөргә иҫәп тота. Шулай уҡ Сибай һәм Өфө ҡалаларында «Риадент» имплантация һәм протез үҙәктәре асыу ҙа күҙаллана.

Инвестиция һабантуйында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, иҡтисадтың сәнәғәт секторына ярҙам итеү мәсьәләһе тикшерелде. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ике ойошма - "ЮжУралГрупп" һәм "Өфө приборҙар эшләү-етештереү берләшмәһе" йәмғиәттәре менән хеҙмәттәшлек буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Сарала киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә "Ковид дәүере саҡырыуҙары - киң мәғләүмәт саралары, власть һәм йәмғиәт күҙлегенән" тип аталған медиасессияһында яңғыраған фекерҙәр ҡыҙыҡ булды.

“Макдоналдс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Марк Карен республика Хөкүмәте менән Рәсәйҙәге алдынғы йәмәғәт туҡланыуы селтәре араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Киләһе биш йылда “Макдоналдс” төбәктә етегә тиклем яңы йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы төҙөргә йыйына. Унда 600 самаһы эш урыны булдырыласаҡ. Дөйөм инвестиция күләме 650 миллион һум тәшкил итә.
Шулай уҡ компания Башҡортостанда “Роналд Макдоналдстың ғаилә бүлмәһе” тип аталған бушлай ғаилә ҡунаҡханалары асыу мәсьәләһен дә тикшерә. Бында республиканың балалар дауалау ойошмаһының береһендә оҙайлы дауа алған балаларҙың ата-әсәһе йәшәй ала. “Бүлмә” ял һәм ғаилә уңайлылығы булдырыу урыны тип күҙаллана. Бында уйын, зал, йоҡо, аш-һыу, ванна бүлмәләре буласаҡ. Шулай итеп, ҡунаҡханаға эләккән ғаилә ваҡытлыса булһа ла дауаханала ятҡандарын онотоп тора аласаҡ.

Автор:Гульдар Кадаева