АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь 2021, 15:00

Йәшелсәгә хаҡ артҡан

Башҡортостан статистика мәғлүмәттәре буйынса республикала ҡапыл ғына йәшелсә-емешкә хаҡ артҡан. Быға тиклем картуфтың килограмын...Тулыраҡ сайтта.

Башҡортостан статистика мәғлүмәттәре буйынса республикала ҡапыл ғына йәшелсә-емешкә хаҡ артҡан. Быға тиклем картуфтың килограмын 14 һумдан 35 һумға тиклем алып булаһа, хәҙер уларҙың хаҡы 58 һумдан да кәм түгел. Бынан тыш кишергә хаҡ 12 процентҡа күтәрелгән. Уның килоһы уртаса 77,8 һум. Балалар аҙығына, кәнфиттәргә хаҡ 4 процентҡа өҫтәлгән.
Помидор һәм ҡыярға киреһенсә хаҡтар 7-10 процентҡа төшкән. Тауыҡ йомортҡалары 10 процентҡа арзанайған. Бына шулай, аяҡты юрғанға ҡарап һуҙабыҙ хәҙер.