АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Март 2021, 10:55

УРТАСА ЭШ ХАҠЫ

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2020 йылда республикала ойошма хеҙмәткәрҙәренә иҫәпләп сығарылған уртаса айлыҡ эш хаҡы 38 706 һумдан ашҡан. Ә 2021 йылдың ғинуарында ойошма хеҙмәткәрҙәренә иҫәпләп сығарылған уртаса айлыҡ эш хаҡы 37 563 һум тәшкил иткән.

Башҡортостанда 2021 йылдың ғинуарында ойошма хеҙмәткәрҙәренә иҫәпләп сығарылған уртаса айлыҡ эш хаҡы 37 563 һум тәшкил иткән. Был уҙған йылдың ғинуарына ҡарағанда 5,4 процентҡа күберәк, тип хәбәр итте республика статистиктары.
Шул уҡ ваҡытта бер йылда республикала реаль хеҙмәт хаҡы 0,2 процентҡа артҡан.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың ноябрендә – 2021 йылдың ғинуарында 15 йәшлек һәм унан өлкәнерәк эшсе көстәр һаны 1,934 миллион һумдан ашыуыраҡ тәшкил иткән. Уларҙың яҡынса 1,826 миллионы иҡтисадта мәшғүл булған. Тағы 109 мең кеше эшһеҙ тип иҫәпләнгән.
Былтыр ноябрҙә һәм быйыл ғинуарҙа Башҡортостанда дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,6 процент тәшкил иткән.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2020 йылда республикала ойошма хеҙмәткәрҙәренә иҫәпләп сығарылған уртаса айлыҡ эш хаҡы 38 706 һумдан ашҡан.
БАШИНФОРМ.