Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Февраль 2021, 16:00

Баҙарҙарға барһаң...

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡ уртаса алғанда 7,7 процентҡа артҡан. Ә башҡа тауарҙарға - 4,2 процентҡа.

2021 йылдың ғинуарында шәкәргә уртаса хаҡ уҙған йылдың ғинуары менән сағыштырғанда 71 процентҡа юғары. Картуфҡа хаҡ 52,6 процентҡа күтәрелгән. Был хаҡта Росстат республика идаралығы мәғлүмәттәре һөйләй.
Өсөнсө урында- тауыҡ йомортҡалары, уларға хаҡ 26,7 процентҡа күтәрелгән. Дүртенсе урында—үҫемлек майы (26,4 процент). Ярмаларға хаҡ 22,9 процентҡа артҡан. Макарон изделиелары 19,8 процентҡа артҡан.
Һуңғы айҙа аҙыҡ-түлеккә хаҡ күтәрелеүе әкренәйгән. Хатта ҡайһы берҙәренең хаҡы төшкән дә. Декабрь менән сағыштырғанда, шәкәр 0,8 процентҡа кәметелгән. Йомортҡанан 0,2 процент алынған.
Ә бына йәшелсәгә хаҡ артҡан. Бер ай эсендә 10,2 процентҡа күтәрелеп киткән. Картуф ғинуарҙа 9,3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Емеш-еләккә иһә 2 процент өҫтәлгән.
Ғөмүмән, республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡ уртаса алғанда 7,7 процентҡа артҡан. Ә башҡа тауарҙарға - 4,2 процентҡа.

Декабрь башында Башҡортостанда, илдәге кеүек үк, шәкәр һәм үҫемлек майына хаҡтар көйләнгәйне. Был Рәсәй Президенты В.В.Путин талаптарына ҡаршы башҡарылды. Ул аҙыҡ-түлек хаҡының тиҙ үҫеүен күҙәтеү аҫтына алырға ҡушҡайны. Ауыл хужалығы министрлығы быны уңыштың насар булыуына бәйләгәйне.