АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ғинуар 2021, 14:20

Ярҙам итәсәкбеҙ

Әйткәндәй, март айында ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары һәм аҡ цемент әҙерләү заводы асыласаҡ. Урал аръяғының етештреүсәнлек ҡеүәтен был арттырасаҡ. Яңы стратегиялар әҙерләнә. Беҙ был төбәктә транспорт һәм энергетика системаһын нығытырға теләйбеҙ. Сибай-Сара тимер юлын булдырыу ҙа үҫешкә булышлыҡ итәсәк. Ҡеүәтле (500 квт) электр подстанцияһын төҙөү ҡаралған. Бынан тыш, 25 социаль объект төҙөү планлаштырыла. Ул—балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, бассейн, боҙ һарайы һәм башҡалар. Урал аръяғы халҡына ихлас әйтәм: беҙ һеҙгә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Урал аръяғы сәскә атасаҡ, --тине үҙ сығышында Башлыҡ.

Бөгөн республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Һәр төрлө темаға туҡталды. Шул уҡ ваҡытта Урал аръяғына айырым туҡталып үтте.
--Уҙған йыл “Урал аръяғын иҡтисади яҡтан үҫтереү” программаһының икенсе этабы тамамланды. Ошо арауыҡта бик күп эштәр эшләнде, 10 инвестиция проекты тормошҡа ашырылды. Әйткәндәй, март айында ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары һәм аҡ цемент әҙерләү заводы асыласаҡ. Урал аръяғының етештреүсәнлек ҡеүәтен был арттырасаҡ. Яңы стратегиялар әҙерләнә. Беҙ был төбәктә транспорт һәм энергетика системаһын нығытырға теләйбеҙ. Сибай-Сара тимер юлын булдырыу ҙа үҫешкә булышлыҡ итәсәк. Ҡеүәтле (500 квт) электр подстанцияһын төҙөү ҡаралған. Бынан тыш, 25 социаль объект төҙөү планлаштырыла. Ул—балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, бассейн, боҙ һарайы һәм башҡалар. Урал аръяғы халҡына ихлас әйтәм: беҙ һеҙгә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Урал аръяғы сәскә атасаҡ, --тине үҙ сығышында Башлыҡ.