АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ғинуар 2021, 19:00

Ипотека мөмкинлектәре киңәйә

Сит ил кешеләрен түгел, Рәсәй халҡын сифатлы, экологик йорттар менән тәьмин итергә кәрәк.

Хөкүмәт ағас өйҙәргә ипотеканы киңәйтеү яҡлы. Вице-премьер Виктория Абрамченко әйтеүенсә, Рәсәйҙә ағас өйҙәр төҙөү менән 65 компания шғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта бындай йорттарға һорау арта. Тимәк, ошо тәңгәлдә ипотеканың ныҡлы үҫеүе талап ителә.
- Ағас йорттарға ипотека урман тармағын заманға ярашлы үҫтерергә, экспортты тыйырға булышлыҡ бирәсәк. Сит ил кешеләрен түгел, Рәсәй халҡын сифатлы, экологик йорт менән тәьмин итәсәк, - ти Дәүләт Думаһы депутаты Александр Якубовский.
Билдәле булыуынса, 2020 йылдың ноябрендә ил етәксеһе ауылдарҙан өй алыуға ипотека булдырыу сараларын уйларға ҡушҡайны.