АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Август 2020, 20:25

"Маҡсаттар тормошҡа ашырыла"

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, иртәгә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2020” II Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Башҡортостан Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров был сара тураһында Интернет селтәрендә үҙ фекере менән уртаҡлашты.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, иртәгә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2020” II Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Башҡортостан Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров был сара тураһында Интернет селтәрендә үҙ фекере менән уртаҡлашты.
“Иртәгә асыласаҡ инвестиция һабантуйының әһәмиәтен яҡшыраҡ аңлаһындар өсөн үткән йылда ойошторолған һабантуйҙың һөҙөмтәләре хаҡында бер нисә һүҙ әйтеүҙе кәрәкле тип таптым. Инвестицион һабантуйҙа ҡул ҡуйылған килешеүҙәр араһында, мәҫәлән, Һамар ауылында 800 баш малға иҫәпләнгән роботлаштырылған һөт-тауар фермаһын төҙөү проекты ла бар ине. Төҙөлөштөң беренсе сираты тамамланды. Был илдәге иң уникаль ферма--бар эште роботтар башҡара. Улар һыйырҙарҙы ашата, һауа ла. Көн һайын унда иң юғары сифатлы 10 тоннаға яҡын һөт һауыла. Ул евростандарттың бар талаптарына ла яуап бирә. Инвестиция күләме--500 миллион һум тирәһе тәшкил итә.
Тағы бер миҫал. Уҙған инвестиция һабантуйында беҙ ТАВРОС кампанияһы менән Шишмә шәкәр заводы араһында грануллы ҡоро сөгөлдөр һыҡмаһын етештереү буйынса инвесткилешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Сөгөлдөр һыҡмаһы--шәкәр етештереүҙәге ҡалған ҡалдыҡ, ул малсылыҡта ҡулланыла. Әлеге ваҡытта заводты реконструкциялау тулыһынса тамамланған, ул бер айҙан һуң сафҡа инәсәк. Был проектҡа инвестициялар күләме 452 миллион һум тәшкил иткән.
Мин был проекттар тураһында юҡҡа ҡына һөйләмәнем, сөнки ниндәйҙә булһа сараны беҙ буштан буш үткәрмәйбеҙ, уның маҡсаты һәм һөҙөмтәһе мотлаҡ була.
Беҙ үҙ алдыбыҙға аныҡ маҡсаттар ҡуябыҙ һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға ирешәбеҙ. Быйылғы инвестиция һабантуйында ла эске туризм өлкәһендәге проекттар, төбәк экспортын стимуллаштырыу, заманса эшкәртеү предприятиелары төҙөү һәм башҡа бик күп темалар буйынса фекер алышасаҡбыҙ. Иң мөһиме--Сибайҙа үҙәк менән Урал аръяғы агломерацияһын формалаштырасаҡбыҙ. Бының өсөн ҡаланың барлыҡ атрибуттары: театрҙар, спорт объекттары, заманса сәләмәтлек һаҡлау учреждениелары, парктар булырға тейеш.
Йәнә шуны әйтер инем: 20 августа инвестиция һабантуйы сиктәрендә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн йыл әйләнәһендә эшләйәсәк һауыҡтырыу лагерын төҙөү өсөн уның нигеҙ ташы һалынасаҡ”,--тип яҙған ул социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә.