АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Август 2020, 21:30

Пособие түләнгәс, эш кәрәкме?

Нефтекамск халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры урынбаҫарының әйткәне бөгөн интернет селтәрендә шау-шыу уятты. Ул эшһеҙлек буйынса пособиеның юғары булыуын белдерҙе. Ниңә улай тине һуң? Үҙе үк UFA1. RU хәбәрсеһенә аңлатма бирә.

Нефтекамск халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры урынбаҫарының әйткәне бөгөн интернет селтәрендә шау-шыу уятты. Ул эшһеҙлек буйынса пособиеның юғары булыуын белдерҙе. Ниңә улай тине һуң? Үҙе үк UFA1. RU хәбәрсеһенә аңлатма бирә.
Нефтекамск халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры урынбаҫары Ирина Семенихина урындағы хакимиәт башлығына онлайн бәйләнешкә сыға һәм хеҙмәт баҙарына бәйле хәлдәрҙе һөйләй. Доклад 5 өлөштән торған була. Тәүҙә ҡалалағы хеҙмәт баҙарына байҡау яһайҙар. Артабан үҙәктә тормошҡа ашырылған программалар буйынса һөйләшеү китә. Докладтың һуңғы темаһы аҙ тәьмин ителгән граждандарға адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһына арнала. Ошо мәлдә ҡала башлығы: "Ниңә ошо программа сиктәрендә кешеләр эшкә урынлашмай?" - тигән һорау бирә. Семенехина был программа сиктәрендә кешеләргә Халыҡ мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тороу күпкә отошлораҡ булыуын белдерә, сөнки эш биреүсе уға минималь эш хаҡы түләйәсәк.
- Мин бер кемде лә кәмһетергә теләмәнем. Башлыҡ миңә ҡапыл һорау бирҙе, мин юғалып ҡалдым, йылмайҙым, әммә был кемдәндер көлөү түгел ине. Һорау бирҙеләр--мин яуап бирҙем, - ти Семенихина.
Ирина шулай уҡ видеорәттең уңышлы файҙаланылмауын белдерә:
- Телевидение үҙҙәренә нисек уңайлы шулай ҡырҡып күрһәткән. Был эшһеҙлек буйынса иҫәптә тороусы башҡаларға бөтөнләй ҡағылмай. Әле программаларҙы томошҡа ашырыу аҡһай. Бында эш пособие күләмендә лә, аҡсала ла түгел. Кешеләргә шундай уҡ күләмдәге эш хаҡына эшләү, ысынлап та, отошло түгел, сөнки пособие бар, - ти Ирина.
Мәғлүмәт һәм фото: UFA1. RU сайтынан алынды.