АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Август 2020, 14:00

Сибай инновациялы төбәккә әүерелә

Сибай ҡалаһында икенсе йыл рәттән матур йолаға әйләнгән “Урал аръяғы инвестиция һабантуйы -2020” Бөтә Рәсәй II инвестиция һабантуйы үтәсәк. Уның ойоштороусылары- Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, “Эшлекле Рәсәй”, “Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, шулай уҡ төп эшҡыуарлыҡ берекмәләре.


Сибай ҡалаһында икенсе йыл рәттән матур йолаға әйләнгән “Урал аръяғы инвестиция һабантуйы -2020” Бөтә Рәсәй II инвестиция һабантуйы үтәсәк. Уның ойоштороусылары- Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, “Эшлекле Рәсәй”, “Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, шулай уҡ төп эшҡыуарлыҡ берекмәләре.
Пандемия осоронан һуң сит ил делегацияһының тәүге тапҡыр конгресс-күргәҙмә сараларында шәхсән ҡатнашыуҙары көтөлә. “Стратегик инициативалар агентлығы”ның генераль директоры Светлана Чупшева белдереүенсә, "Власть һәм бизнес, йәмғиәт һәм коммерция булмаған сектор араһында ике яҡлы диалог майҙансығы булыуына тулыһынса ышанам. Тик бергәләп кенә глобаль һәм амбициоз мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин".
Республика Башлығы Радий Хәбиров та сара хаҡында үҙ фекерен белдерҙе. "Беҙ Сибай һәм Башҡортостандың башҡа ҡалалары яҡшыраҡ булһын, үҫешһен өсөн осрашырға, фекер алышырға, проблемаларҙы өйрәнергә, уларҙы хәл итеү мөмкинлектәрен өйрәнергә тейешбеҙ. Бөгөн аныҡ эштәргә икенсе күҙлектән ҡарарға кәрәк",-тине.
Инвестицион һабантуйҙың эшлекле программаһы барлығы 9 дискуссия секцияһын үҙ эсенә ала. "Моноҡала: үҫеш территорияһы. "Эске туризм. Бәләкәй ҡалаларҙың төбәк стратегияһында роле" һәм башҡалар. Шулай программала ҡала һәм район башлыҡтарының стратегик сессиялары ҡаралған. Инвестиция һабантуйында федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Сарала “Стратегик инициативалар агентлығы”ның генераль директоры Светлана Чупшева, ВЦИОМ йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Федоров, Стратегик инициативалар агентлығы”ның Күҙәтеү советы ағзаһы Александр Калинин, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Андрей Назаров һәм башҡаларҙың ҡатнашыуы көтөлә. Иң күп ҡунаҡтар Төркиәнән килә, үҙенең шәхсән киләсәген Измир ҡалаһы муниципалите мэре Тунч Сойер әфәнде белдергән.
“Урал аръяғы инвестиция һабантуйы -2020” бик уникаль форматта үтеүе менән әһәмиәтле. Сарала ҡатнашыусыларҙы эшлекле һөйләшеүҙәр генә түгел, ә мәҙәни һәм күңел асыу программалары ла көтә. Сара Сибай ҡалаһының 65 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙә үтеүе менән дә әһәмиәтле. Ошо уҡ көндә башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" йыр конкурсы ойошторола, еңеүсегә төп приз--еңел автомобиль тапшырыласаҡ. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы һәм ҡала халҡы өсөн сит ил һәм Рәсәй йондоҙҙарының сағыу концерты ҡыуандырасаҡ. Инвестиция һабантуйы сиктәрендә " Ҡаҙ һәм бал" гастрономик фестивале үтәсәк. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров менән берлектә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн һауыҡтырыу лагерын төҙөү урынында тәүге кирбес һалыу планлаштырыла.
Был сараларҙың барыһы ла пандемия шарттарында Роспотребнадзорҙың бар талаптарын иҫәпкә алынып башҡарыла, битлектәр кейеү режимы тулыһынса һаҡлана. Ошонан сығып, сарала ҡатнашыусылар һаны сикләнгән, пленар өлөштө онлайн форматта күҙәтергә мөмкин.
Читайте нас: